Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 19:27

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлаусыларҙың 51 проценты тауыш биргән – республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 51,6 проценты тауыш биргән. Ошо хаҡта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов белдерҙе.

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа көндөҙгө сәғәт 3-кә халыҡтың 51,6 проценты тауыш биргән. Ошо хаҡта Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Риф Арыҫланов белдерҙе.
Төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы вәкиле билдәләүенсә, булыу урыны буйынса «Мобиль һайлаусы» яңы тауыш биреү механизмы менән файҙаланған граждандарҙың 60 проценты тауыш биргән.
Башҡортостанда ауыл ерендәге һайлаусылар ғәҙәттәгесә иң әүҙем тауыш бирә.
Бөгөн, 18 мартта, Рәсәйҙә дәүләт башлығын һайлайҙар. Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм граждандарҙың ваҡытлыса булыу урындарында (31 – дауалау учреждениеһында, өс – шифаханала, өс – тикшереү изоляторында, бер – Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) ойошторолған 38 участкала көтәләр.
Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26 адресы буйынса 119-сы участкала үтәй ала.