Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 21:28

Башҡортостан халҡының 64,39 проценты ил Президентын һайлаған

Башҡортостанда дәүләт башлығын һайлауҙа киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 64,39 проценты тауыш биргән. Республикала йәшәүсе 1 954 914 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Башҡортостанда дәүләт башлығын һайлауҙа киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 64,39 проценты тауыш биргән. Республикала йәшәүсе 1 954 914 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Баҡалы, Баймаҡ, Борай, Тәтешле райондарында йәшәүселәрҙең 80 проценттан ашыуы тауыш биргән.
Бөгөн, 18 мартта, Рәсәйҙә ил Президентын һайлайҙар. Дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көс һынаша.
Һайлаусыларҙы 3398 стационар һайлау участкаһында һәм граждандарҙың ваҡытлыса булыу урындарында (31 – дауалау учреждениеһында, өс – шифаханала, өс – тикшереү изоляторында, бер – Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) ойошторолған 38 участкала көтәләр.
Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә теркәлмәгән Рәсәй граждандары үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын Өфө ҡалаһы, Посадская урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан 119-сы участкала үтәй ала.
Тауыш биреү урындағы ваҡыт буйынса киске 8-гә тиклем дауам итә.
Читайте нас: