Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 17:28

“Һайлауҙан ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти Нурмиевтар

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Инзирә һәм Зөфәр Нурмиевтар улдары Илдус һәм Данил менән бергәләп тауыш бирергә килде.

Ҡашҡа ауылында йәшәүсе Инзирә һәм Зөфәр Нурмиевтар улдары Илдус һәм Данил менән бергәләп тауыш бирергә килде.
— Бындай мөһим саранан ҡалғаныбыҙ юҡ. Кем өсөн тауыш бирергә тигән һорау беҙҙе борсоманы. Быға яуап күптән әҙер ине. Улдарыбыҙ ҙа әлеге сараның әһәмиәтен аңлап, тауыш бирҙе. Һайлау көнөн байрамға әҙерләнгән кеүек көтөп алдыҡ. Киләсәктә лә илебеҙ тыныс, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ иҫән-һау, табындарыбыҙ мул булһын”, — тип изге теләктәрен еткерҙе Ҡашҡа ауылы ветерандар советы рәйесе Инзирә Нурмиева.
Наилә Имаева.
Раушания Шакирова фотоһы.
Читайте нас: