Асҡын районы Солтанбәк ауылында йәшәүселәр Президент һайлауға бик етди ҡараны. Халыҡтың төп өлөшө һайлау участкаһына иртән үк ағылды. Күптәр алдан туғандары, дуҫтары менән бергәләп барырға һөйләшеп ҡуйған. Балалар ҙа был мөһим сәйәси ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Рәзилә һәм Сәдәт Ғиләжевтар ҙа улдары Дамир, Айгиз, Самат һәм күршелә генә йәшәгән әсәләре Ҡәтифә әбей менән бергә килеп, тауыш бирҙе.