Йәнтөйәк
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Һайлау-2018
18 Март 2018, 13:42
Асҡын ауылында йәшәүсе Илгизә Имаева беренсе тапҡыр тауыш бирҙе
— Бөгөн тәүге тапҡыр тауыш бирҙем. Бик тулҡынландым, сөнки ил Президентын һайлайбыҙ. Был бик яуаплы, тулҡынландырғыс ваҡиға, — ти Илгизә. – Асҡынға йома көндө үк ҡайттым. Уҡыу йорто етәкселеге лә һайлауҙа йәштәрҙең ҡатнашыуын хуплай. Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәүемә ҡыуанам. Ил киләсәге хәл ителгән саранан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип уйлайым.
Илгизә Бөрө медицина-фармацевтика колледжында III курста белем ала. Һайлауға апаһы менән бергә килгән. Башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ беренсе тапҡыр тауыш биреү көнөн тулҡынланып көтөп алған. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Роза Нурмөхәмәтова йәш һайлаусыны ошо мөһим сарала ҡатнашыуы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
— Бөгөн тәүге тапҡыр тауыш бирҙем. Бик тулҡынландым, сөнки ил Президентын һайлайбыҙ. Был бик яуаплы, тулҡынландырғыс ваҡиға, — ти Илгизә. – Асҡынға йома көндө үк ҡайттым. Уҡыу йорто етәкселеге лә һайлауҙа йәштәрҙең ҡатнашыуын хуплай. Үҙемдең гражданлыҡ бурысымды үтәүемә ҡыуанам. Ил киләсәге хәл ителгән саранан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел, тип уйлайым.
Наилә Имаева.
Автор фотоһы.
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять