Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
18 Март 2018, 20:15

920-се һайлау участкаһында эш яҡшы бара

Ҡашҡа ауыл Советы хакимиәте бинаһында урынлашҡан 920-се һайлау участкаһында биш кешенән торған комиссия эшләй. Был һайлау участкаһында ла эш ҡайнай: берәүҙәр - һайлау ѳсѳн теркәлһә, бюллетень ала, икенселәр - сиратта тороп, һайлау кабинаһы бушағанын кѳтә, ѳсѳнсѳләр - бюллетенды йәшниккә тѳшѳрә.

- Һайлау участкаһы сәғәт 8-ҙән эш башланы. Иң беренселәрҙән булып Лүзиә һәм Ришат Ғәлиәкбәровтар тауыш бирҙе. 18:00 сәғәткә исемлектәге 386 һайлаусының 219-ы тауыш бирҙе. Һәр ваҡыттағыса ололар гражданлыҡ бурысына яуаплы ҡарай. 1926 йылғы Хәүзетдин Нуриәхмәтов менән 1936 йылғы Тәғлимә Дилмөхәмәтова беренселәрҙән булып килеп һайланы. Беҙҙең участкала өс кеше тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашырға тейеш, әле уларҙың береһе — Динар Сөнғәтоа үҙ тауышын биреү хоҡуғы менән файҙаланды. Йәштәр һуңғараҡ килә торған, шуға ла ҡалғандар ҙа ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ. Өйҙәрендә һайлау өсөн 34 кеше ғариза яҙғайны, шуларҙың барыһы ла 18:00 сәғәткә тауыш бирҙе. Комиссия ағзалары Мансур Шәңгәрәев менән Илфир Ғәләүетдинов күсермәле йәшник менән өйҙәргә йөрөп сыҡты, — тине участка һайлау комиссияһы рәйесе Эльвира Фазлетдинова, һайлау барышы менән таныштырып.
Читайте нас: