Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
16 Март 2018, 18:04

Борай ауылында йәшәүсе Раушан Исламов һайлауға ғаиләһе менән бара

Борай ауылында йәшәүсе Раушан Исламов байтаҡ йылдар арымай-талмай һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй

Борай ауылында йәшәүсе Раушан Исламов байтаҡ йылдар арымай-талмай һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй. Матур ғаилә ҡороп, ҡатыны менән һәләтле, илһөйәр һәм телһөйәр балалар үҫтерә. «Беҙ был сәйәси ваҡиғанан бер нисек тә ситтә ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Ил яҙмышын үҙебеҙ — Рәсәй граждандары хәл итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Шуға һайлауға һәр ваҡыттағыса етди ҡарап, яңылыҡтарын, үҙенсәлектәрен күҙәтеп барҙым. Был юлы үҙеңдең йәшәгән урыныңда ла һайлап була, тик ғариза менән участка комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә беҙ ата-әсәйемдең йортонда теркәлгәнбеҙ. Шуға 18 мартта ғаиләм менән улар янына ҡайтып, хәлдәрен белеп, үҙ тауышыбыҙҙы бирәсәкбеҙ. Ҡәҙерле кешеләрең менән бергәләп йыйылғас, был көн беҙҙең өсөн ҙур байрамға әйләнә.
Рәсәйҙәр киләсәктә лә Тыуған илебеҙҙә тыныслыҡ, милләт-ара татыулыҡ булһын, тигән теләктә. Шуға кемгә тауыш бирәсәгебеҙҙе ныҡлап уйлаһаҡ ине», — ти илебеҙҙең ысын патриоты.
Марсилә Шәрипова.
Читайте нас: