Балтас районының Почетлы гражданы Рәлиф Шакирйәнов өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тормошта әүҙем позиция биләүсе шәхес. Ул 50 йылға яҡын ғүмерен район мәғарифына арнаған. Уҡытыусы, мәктәп директоры була, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнаша. Ул һайлау кампаниялары эшенең дә уртаһында ҡайнай. Бөгөн Рәлиф ағай ауыл старостаһы булараҡ, бихисап изге эштәрҙең инициаторы. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн район хакимиәте, эшҡыуарҙар менән бәйләнештә тороп, халыҡты ойоштора. Зыярат кәртәләүме, мәсетте төҙөкләндереүме — һәр саҡ әйҙәүсе.