Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
16 Март 2018, 18:06

Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Рәүеф Солтановтар һайлауға етди ҡарай

«Бындай мөһим сәйәси ваҡиғаларҙа һәр саҡ ҡатнашабыҙ, сөнки был беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Ә ил етәксеһе һайлау бигерәк тә мөһим. Донъябыҙ тыныс булһын, мәғариф, медицина, сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтар үҫешһен, рухи ҡиммәттәребеҙ юғалмаһын тиһәк, беҙгә лайыҡлы ил башлығы һайларға кәрәк. Беҙҙең бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ уның ниндәй сәйәсәтсе булыуына бәйле», — ти улар.

Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм Рәүеф Солтановтарҙың өлгөлө ғаиләһе һайлауға бик етди ҡарай. Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы 20 йыл хеҙмәт стажы булған юғары категориялы уҡытыусы, мәктәп директоры. Ҡараяр мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Ире тиҙ ярҙам машинаһы водителе. Улар өс бала тәрбиәләй. «Бындай мөһим сәйәси ваҡиғаларҙа һәр саҡ ҡатнашабыҙ, сөнки был беҙҙең гражданлыҡ бурысыбыҙ. Ә ил етәксеһе һайлау бигерәк тә мөһим. Донъябыҙ тыныс булһын, мәғариф, медицина, сәнәғәт һәм башҡа тармаҡтар үҫешһен, рухи ҡиммәттәребеҙ юғалмаһын тиһәк, беҙгә лайыҡлы ил башлығы һайларға кәрәк. Беҙҙең бөгөнгөбөҙ, киләсәгебеҙ уның ниндәй сәйәсәтсе булыуына бәйле», — ти улар.
Читайте нас: