18 мартта — Рәсәй Президентын һайлау көнөндә — Өфөләге тимер юл вокзалында пассажирҙар өсөн һайлау участкаһы асыла. Ул икенсе ҡатта урынлашҡан һәм иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр эшләй.
Вокзалда тауыш биреү өсөн һайлау участкаһынан иҫәптән төшөү тураһында ғариза яҙырға һәм тимер юл вокзалында участка һайларға кәрәк.
Барған урын буйынса тауыш биреү тураһында ғариза биреү тәртибе хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һәм Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында алырға мөмкин.