Йәнтөйәк
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
10
Һайлау-2018
12 Март 2018, 16:39
Өфөләр АҠШ-та Рәсәйҙең буласаҡ президенты өсөн ваҡытынан алда тауыш бирҙе
Уҙған йәкшәмбелә, 11 мартта, Америкалағы дүрт штатта Рәсәй президенты өсөн ваҡытынан алда тауыш биреү үтте. Бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, тип хәбәр итә ТАСС.
Уҙған йәкшәмбелә, 11 мартта, Америкалағы дүрт штатта Рәсәй президенты өсөн ваҡытынан алда тауыш биреү үтте. Бер ниндәй ҙә хоҡуҡ боҙоуҙар булманы, тип хәбәр итә ТАСС.
«Ватандаштарыбыҙҙың берләшмәләре процесты ойоштороуҙа һәм һайлаусыларға мәғлүмәт биреүҙә әүҙем ярҙам күрһәтә. Майами, Атланта, Чикаго һәм Миннеаполис ҡалаларында рәсәйҙәрҙең үҙ ихтыярын белдереүе өсөн һигеҙәр сәғәт бүленде», — тип хәбәр итте Рәсәйҙең Америка Ҡушма Штаттарындағы илселегенең матбуғат секретары Николай Анохин.
Америкала даими йәшәгән рәсәйҙәрҙән тыш, илгә ваҡытлыса килгәндәр ҙә тауыш биреүҙә ҡатнашты. Улар араһында Өфө, Владивосток, Пенза, Новосибирск, Татарстан, Дондағы Ростов, Пермь крайы, Сыуашстан, Свердловск өлкәһендә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә һәм ҡалаларында йәшәүселәр бар.
18 мартта АҠШ-та Вашингтондағы илселектә, Нью-Йорк, Сиэтл һәм Хьюстон генераль консуллыҡтарында ла тауыш биреү участкалары асыла.
Читайте нас:
Телеграмм
Дуҫтар! Беҙҙең телеграмм-каналға яҙылығыҙ! Бөрө ҡалаһы һәм районы, Асҡын, Ҡариҙел, Борай, Балтас, Мишкә райондары яңылыҡтары һеҙҙең смартфонда буласаҡ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять