Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
5 Март 2018, 18:06

Балтас районының “Көнбайыш” участка һайлау комиссияһы сәйәси сараға әҙер

Район үҙәге Иҫке Балтас ауылындағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан 1135-се “Көнбайыш” участка һайлау комиссияһында эш планлы рәүештә алып барыла.

Район үҙәге Иҫке Балтас ауылындағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһы бинаһында урынлашҡан 1135-се “Көнбайыш” участка һайлау комиссияһында эш планлы рәүештә алып барыла.
Комиссия рәйесе Гөлнур Асҡарова белдереүенсә, 15 февралдән комиссия эш башлаған. Дежур тороу графигы төҙөлгән. Эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске һигеҙгә ҡәҙәр, байрам һәм ял көндәрендә ундан икегә тиклем эшләйҙәр. Февраль аҙағына теркәлгән һайлаусылар һаны 780. Дүрт һайлаусы быйыл башлап тауыш бирәсәк. Уларға һәм беренсе булып килеп тауыш биреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләгәндәр.
Участка ете өлөшкә бүленгән. Комиссия ағзалары үҙҙәренә билдәләнгән участкаларҙа булып, һәр һайлаусы менән осрашҡан, һайлау көндө кемдең ҡайҙа буласағын, ҡайҙа тауыш бирәсәген асыҡлаған.
— 15 мартҡа тиклем участкаларҙы тағы ла бер тапҡыр йөрөп сығабыҙ. Уныһында саҡырыу ҡағыҙҙары таратасаҡбыҙ, — ти Гөлнур Назиф ҡыҙы.— Үҙ аллы йөрөй, участкаға килә алмаған һайлаусылар тауыш биреү уөнөнә ун көн ҡала, йәғни, 8 марттан был хаҡта телефондан хәбәр итә, шулай уҡ ғариза яҙып мөрәжәғәт итә ала. Мөрәжәғәттәр тауыш биреү көнөндә 14.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.
Аида Хәйртдинова.
Комиссия рәйесе Гөлнур Асҡарова (һулда) комиссия ағзалары Айгөл Фәтхуллина һәм Эльвира Әүхәтова менән көндәлек эште планлаштыра.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Читайте нас: