Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәрен әҙерләү башланды. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, төбәк өсөн 3 миллион 68 мең 66 дана бюллетень баҫыла. КОИБ-тар өсөн махсус рәүештә 348 900 дана әҙерләү күҙаллана.
Ғәҙәттәгесә, бюллетендәр өс телдә баҫыла: 2 миллион 532 мең 966-һы — рус, 348 300-ө — башҡорт һәм 186 800-ө татар телендә. Һәр бюллетендә рус телендә лә текст булырға тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһында.
Бюллетендең һаҡлағысы бер нисә элементтан тора: бер яғында — йәшел төҫтәге һаҡлағыс селтәр, уң яҡтағы өҫкө мөйөштә — махсус марка. Бынан тыш, унда участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзаларының ике ҡултамғаһы һәм комиссияның мисәте ҡуйыла. Ошондай элементтары булмаған бюллетень һанағанда иҫәпкә алынмай.
Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланған осраҡта һаҡлағыс селтәр, махсус марка һайлау бюллетененең икенсе яғына йәбештерелә. Бөтә бюллетендәр ҙә тауыш биреү башланғансы тултырылырға тейеш.
Илдә Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтәһе 111 миллион 425 мең 443 бюллетень әҙерләнә.