Йәнтөйәк
-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
9 Февраль 2018, 18:50

“Һайлауға барыу — гражданлыҡ бурысыбыҙ”

Борай районы Дәүләкән ауылында йәшәүсе Анатолий Галков — абруйлы хеҙмәт ветераны, оҙак йылдар колхозда бригадир вазифаһын башҡарған. Күп йылдар участка һайлау комиссияһы рәйесе булған. Хәҙер улы менән килене ошо мөһим сарала әүҙем ҡатнаша. Анатолий Ғәли улы тәжрибәле умартасы ла. Уға 19 мартта 84 йәш тула. Үҙенең 85 йәшлек юбилейын да хөрмәтле ир-уҙаманы тыныс тормошта, именлектә ҡаршы алырға теләй.

— Һайлауҙы бер тапҡыр ҙа ҡалдырманым. Унда барып, лайыҡлы кандидат өсөн тауыш биреү ошо илдә йәшәгән, уны хөрмәт иткән һәр кешенең гражданлыҡ бурысы, тип һанайым. Һайлауҙа бер кешенең тауышы ла хәл иткес булырға мөмкин. Мин балаларымды, ейәндәремде лә шул рухта тәрбиәләргә тырыштым, — ти Анатолий Ғәли улы.
Марсилә Шәрипова.
Читайте нас: