Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
6 Февраль 2018, 14:26

Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса протоколды Владимир Путиндың ышаныслы кешеһенә тапшырҙы

Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путиндың ышаныслы кешеһенә уның файҙаһына ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса протоколды тапшырҙы. Һүҙ Владимир Путиндың һайлау алды штабы ирекмәндәре тапшырған 315 мең ҡултамға хаҡында бара. Был үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе кандидатҡа Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға рөхсәт ителгән иң күп ҡултамғалар һаны. Бөтөн ил буйынса кандидат файҙаһына йәмғеһе 1,5 миллиондан ашыу ҡултамға йыйылған.

Ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары хаҡында протоколды тапшырыу Үҙәк һайлау комиссияһына Рәсәй Президентын һайлауҙа В.В. Путинды кандидат сифатында теркәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн ултырыш уҙғарыу хоҡуғы бирә. Әммә Үҙәк һайлау комиссияһынан билдәләүҙәренсә, аталған документты тапшырғандан комиссия ултырышына саҡлы кәмендә ике тәүлек үтергә тейеш, шуға шишәмбенән иртәрәк булмаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Владимир Путиндың һайлау алды штабында.
Алдан Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғалар биттәрен тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Осраҡлы рәүештә һайланған 60 мең ҡултамғанан 0,39 проценты ғына дөрөҫ түгел тип танылған. Был бик түбән һөҙөмтә.
«Башинформ»дан.
Читайте нас: