Бөтә яңылыҡтар
Һайлау-2018
30 Ғинуар 2018, 17:58

«Илебеҙ киләсәген һайлауҙа әүҙем булайыҡ»

Асҡын ауылында йәшәүсе Рәмидә Нурмөхәмәтова һайлауҙың мөһимлеген, әһәмиәтен аңлау ғына түгел, нисек ойошторолоуын да бик яҡшы белә. Ул 1988 йылдан башлап был эштең уртаһында ҡайнаған кеше. Ошо осор эсендә төрлө кимәлдәге һаулауҙарҙа комиссия ағзаһы булып, аңлатыу эштәре алып барыуға, халыҡ һанын тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән.

Асҡын ауылында йәшәүсе Рәмидә Нурмөхәмәтова һайлауҙың мөһимлеген, әһәмиәтен аңлау ғына түгел, нисек ойошторолоуын да бик яҡшы белә. Ул 1988 йылдан башлап был эштең уртаһында ҡайнаған кеше. Ошо осор эсендә төрлө кимәлдәге һаулауҙарҙа комиссия ағзаһы булып, аңлатыу эштәре алып барыуға, халыҡ һанын тәьмин итеүгә ҙур өлөш индергән.
— Һайлауҙарҙың ниндәй кимәле булһа ла, ҡатнашырға, үҙ тауышыңды бирергә кәрәк. Зарланһаҡ та, йәшәү шарттарыбыҙ әкренләп булһа ла яҡшыра. Әлбиттә, элек һайлау көнөн халыҡ ҙур байрам итеп көтөп ала инек. Ауырыуҙарҙан тыш, һайлауға килмәй ҡалған кеше булманы. Был әүҙемлектең, күңел күтәренкелегенең иң ябай бер нисә сәбәбен атап китәһем килә. Ваҡиғаға тантаналылыҡ өҫтәп, урамда көй яңғырап торасағы, автолавка килеп, магазин кәштәләрендә бик һирәк күренгән тәмлекәстәр, дефицит әйберҙәр һатып алыу уйы алдан уҡ күңелдәрҙе күтәрҙе. Бер ауылда йәшәп тә күптән күрешмәгән кешеләр менән һайлауҙа осраша инек. Хәҙерге тормошҡа күҙ һалһаҡ, һәр беребеҙҙә кеҫә телефондары. Интернет селтәре аша хатта сит илдәрҙә йәшәгән туғандарыбыҙ менән көн дә һөйләшә алабыҙ. Ә ул саҡта телефон да бик һирәк йортта ине. Магазиндарҙа муллыҡ ишелеп тора. Һайлау участкаһына еңел машиналарҙа асфальт йәки күтәртелгән юлдарҙан елдереп килеп туҡтайбыҙ. Был алға китеш шул замандарҙан башлап гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәп килеү һөҙөмтәһе түгелме ни?! Медицина, мәғариф кеүек тармаҡтарҙа, социаль өлкәлә күпме яңылыҡ, асыш?! Тормоштағы ыңғай үҙгәрештәргә күберәк иғтибар бирәйек һәм тағы ла яҡшыраҡ йәшәйек тиһәк, һайлауға киләйек. Илебеҙҙә артабан да тыныслыҡ, тотороҡлолоҡ булһын өсөн һәр беребеҙҙең тауышы мөһим.
Быйыл мин һайлау эшендә ҡатнашмаһам да, Себер яҡтарында эшләгән тормош иптәшем, улым һәм киленем менән һайлауға, һис шикһеҙ, киләсәкбеҙ. Президент һайлау _— ил киләсәген һайлау тигән һүҙ, — ти Рәмидә Насретдин ҡыҙы.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: