Башҡортостанда «Йәштәр праймеризы» проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Ойоштороу комитетына 200-гә яҡын ғариза килде. Республиканың йәш лидерҙары өсөн киләһе һайлап алыу этабы — дебаттар, уларҙы Өфө, Нефтекама, Бөрө, Октябрьский, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр итә төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте.
Күпселек ҡатнашыусылар өсөн праймериз ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлек өлкәһендә артабан үҫешеү өсөн этәргес булып тора. Иң яҡшы кандидатуралар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярҙамсылары булыу, «Берҙәм Рәсәй» партияһының кадрҙар резервына инеү йәки «Граждандар университеты»нда бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә.
«Килгән ғаризалар һаны һайланған эш формаһының дөрөҫлөгөн күрһәтә. Был республика йәштәре өсөн үҙҙәрен күрһәтеү һәм тәжрибә туплау өсөн ысын мөмкинлек. Әлеге мәлдә һайлап алыуҙың киләһе этабына әүҙем әҙерлек бара, тиҙҙән республиканың йәштәр сәйәси аренаһында яңы кешеләр күререгә мөмкин», — тип билдәләне Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе, «Йәштәрпраймеризы» проекты кураторы Вито Сабиров.