18 мартта Рәсәй Президентын һайлайбыҙ. Был мөһим сара илебеҙ киләсәген билдәләй. Шуға унда ҡатнашыу барыбыҙ өсөн дә бик мөһим. Бөрө ҡалаһында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Рәфиғә апай менән Рифҡәт ағай Хафизовтар ҙа нәҡ ошо фекерҙә.
— Беҙҙең өсөн һәр һайлау — иң яуаплы, иң етди сара булды һәм шулай булып ҡала ла. Беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ, шуға ла бер һайлауҙан да ситтә ҡалманыҡ. Рифҡәт менән тормош ҡороп ебәргәс, бергәләп тауыш бирергә йөрөнөк. Ул бик әүҙем йәмәғәтсе булды. Күп йылдар һайлау комиссияһы ағзаһы булып торҙо, — тип мөһим сараға үҙенең ҡарашын белдерҙе Рәфиғә Харис ҡыҙы. — Һайлау — һәр кешенең хоҡуғы һәм бурысы. Әгәр һин был илдә йәшәйһең икән, мотлаҡ бөтә һайлауҙарҙа ҡатнашырға кәрәк. Һәр кешенең тауышы дәүләт даирәләренә ишетелергә тейеш. Һайлау участкаһына барып, тауыш биреп ҡайтһаң, күңелгә тыныслыҡ килә. Үҙеңде дәүләттең бер өлөшө итеп тояһың. Йәштәр ошоно аңлаһа, бик яҡыш булыр ине.
Ғүмерҙәре фиҙаҡәр хеҙмәттә үткән Хафизовтарҙың тормошо күптәргә өлгө булырлыҡ. Өфөлә еңел сәнәғәт техникумын тамамлаған Рәфиғә Харис ҡыҙы Бөрө тегеү фабрикаһында 38 йыл төрлө вазифаларҙа уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыға. Борай егете Рифҡәт Камал улы “Бөрө йылылыҡ селтәрҙәре”ндә, артабан Бөрө торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында инженер, баш инженер булып намыҫлы эшләп, хаҡлы ялға сыға. Күптән түгел алтын туйҙарын билдәләгән Рәфиғә апай менән Рифҡәт ағайҙың фекере айырыуса йәштәргә фәһемле булыр.
Рияз Мәсәлимов, Бөрө башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары.