Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
13 Июль 2018, 17:09

Асҡын ҡыҙы Регина Паршакова Екатеринбург ҡалаһында футбол буйынса үткән донъя чемпионатында ирекмән

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй. Ҡала ерҙәрендә генә түгел, райондарҙа ла изгелек эшләү маҡсаты менән ойошмаларға берләшәләр. Рәсәй Президенты Указы менән 5 декабрь — Ирекмән көнө, ә 2018 йыл Ирекмән йылы тип иғлан ителеүе лә хәрәкәттең әүҙемләшеүенә, көндән-көн танылыуына килтерә. Быны Асҡын ҡыҙы Регина Паршакованың өлгөһөндә лә күрәбеҙ. Ул Екатеринбург ҡалаһында Урал дәүләт тау университетына уҡырға ингәс тә, ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылған.
Үткән көҙ студент булыу бәхетенә ҡанатланып йөрөгән Регина төркөмдәштәре менән «Милләттәр кросы»нда ҡатнаша. Шул саҡта бөтәһе лә бер төрлө эмблемалы футболка кейгән ҡыҙҙар һәм егеттәргә иғтибар итә. Уларҙың кемдәр булыуы тураһында һорашып, интернеттан мәғлүмәт эҙләй башлай һәм «Урал ирекмәндәре» сайтын табып, заявка ҡалдыра. Ә күп тә үтмәй саҡырыу ала. Регина был аҙымына бер тапҡыр ҙа үкенмәгән, сөнки уларҙы һәр ҙур сара алдынан ныҡлап әҙерләйҙәр. Ул дөйөм эш күнекмәһе биреүҙәре, билдәле объектта уҡыу үтеүҙәре, уҡытыусыларының был эшмәкәрлеген хуплауы тураһында һөйләне. Әүҙем ҡыҙ әллә күпме сараларҙа ҡатнашып өлгөргән. Ә тәүгеһе — «Урал эҙәрмәне» Рус география йәмғиәтенең йәштәр клубы ойошторған география квесы була. Унда Регина ҡатнашыусыларҙы теркәй, этаптар буйынса оҙатырға ярҙамлаша. Был сарала мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша. Бәйгеселәр тау тоҡомдарын һәм минералдарҙы, ҡоштарҙы, дарыу үләндәрен, ағастарҙы таныу, йондоҙҙар буйынса юл билдәләү, Морзе азбукаһы менән сигнал тапшырыу, Исеть йылғаһында катамаранда йөрөү, туҡталышта усаҡ яғыу, палатҡа ҡороу һәм башҡа оҫталығын күрһәтә. Уларға ирекмәндәр һәр яҡлап ярҙам итеп тора. Бынан һуң Регина заявкаларҙы йышыраҡ бирә башлай. Сит ил кешеләре килгән ҙурыраҡ сараларҙа ҡатнашырға ла йөрьәт итә башлай. Мәҫәлән, А.Р. Лурия иҫтәлегенә халыҡ-ара конгресс, киокусинкай (көнсығыш хәрби сәнғәт төрө) буйынса үткән III донъя чемпионаты, шулай уҡ 2018 йылда ҡалала үткән иң ҙур спорт сараһы — дзю-до буйынса халыҡ-ара турнир. «Халыҡ-ара кимәлдә үткән саралар алдынан, әлбиттә, үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәткән, инглиз телендә аралашыу кимәлен асыҡлап, ярҙам күрһәткән уҡыуҙар ойошторола. Сит ил кешеләре бик асыҡ булғанға, артыҡ хафаланмайбыҙ. Улар гел йылмая һәм, ғәҙәттә, сувенирҙар бүләк итеп, илебеҙҙе оҡшатыуҙары тураһында һөйләй.
Күптәр беҙҙең көн оҙоно бушҡа эшләүебеҙгә аптырай. Сараларҙың уртаһында ҡайнау, төрлө кешеләр менән аралашыу беҙҙең күңелебеҙҙә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдыра. Сарала кейеп йөрөгән әйберҙәрҙе — башлыҡ, футболкалар, курткаларҙы ла иҫтәлеккә беҙгә ҡалдыралар. Мәктәптә уҡығанда йомоғораҡ булғанымды хәҙер генә аңланым. Ирекмән хәрәкәте минең булмышымды асты, әүҙемлегемде үҫтерҙе, маҡсаттар ҡуйырға, батыр булырға һәм «бөгөн һәм хәҙер» йәшәргә өйрәтте. Был ойошмала кешеләр дуҫлыҡты һаҡларға, ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәнә. Йәштәр генә ирекмән була, тип уйлаһағыҙ, бик ныҡ яңылышаһығыҙ. 50-55 йәшлек ағай, апайҙар беҙҙең сафҡа ихлас ҡушыла. Бындай эшмәкәрлек ирекле һәм ул бөгөн донъя күләмендә көндән-көн үҫешә. Ирекмән булып, сит илдәр күрергә лә мөмкин. Мин дә Сочиға барыу, Европа илдәрен күреү тураһында хыялланам», — ти маҡсатсан ҡыҙ.
Екатеринбург ҡалаһында футбол буйынса донъя чемпионатында ла Регина ирекмән.
Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: