Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
29 Ноябрь 2017, 12:02

Экология йылына йомғаҡ яһалды

Районда Экология йылы сиктәрендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Шул ыңғайҙан үҙәк район китапханаһында йөкмәткеле сара ойошторолдо.

Районда Экология йылы сиктәрендә башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Шул ыңғайҙан үҙәк район китапханаһында йөкмәткеле сара ойошторолдо.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йыл буйына районда байтаҡ эш башҡарылды. Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау Бөрө төбәк идараһы әйҙәүсе белгес-эксперты Рифат Сафин билдәләүенсә, май айында районда үткәрелгән йәшелләндереү, төҙөкләндереү өмәләрендә барлығы 6456 кеше, 201 берәмек техника ҡатнашты, 6224 ағас ултыртылды. Райондаштарыбыҙ экологик өмәләргә әүҙем ҡушылды. Шулай уҡ районда “Таҙа яр буйы” акциялары ойошторолдо. Ә Һәйтәк ауыл биләмәһендә Ҡыйғаҙы йылғаһының өс километр оҙонлоғондағы үҙәне, Түбән Ҡарыш ауыл биләмәһендә бер шишмә Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы бүлгән аҡсалар иҫәбенә таҙартылды. Район хакимиәте башлығының иҡтисад, төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Шамил Әхмәҙуллин билдәләүенсә, Ҡыйғаҙы йылғаһы үҙәнен таҙартыуға дүрт миллион һум күләмендә аҡса тотонолған. Кисәне алып барыусылар билдәләүенсә, йыл тамамланыу менән экология, тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре тураһында оноторға ярамай. Был юҫыҡта эштәр алдағы йылда ла дауам итәсәк.
Экология йылына йомғаҡ яһау сараһында Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау Бөрө төбәк идараһы рәйесе Андрей Маштаков ҡатнашты һәм тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларҙа әүҙемлек күрһәткән балтастарға идараның Дипломдарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар алдында район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре концерт номерҙары менән сығыш яһаны.
Дамир Хәйретдинов.
Читайте нас: