Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
17 Октябрь 2017, 12:04

Башҡортостанда «Эко-китап» акцияһы барышында макулатураны китаптарға алмаштырырға мөмкин

Башҡортостанда макулатура йыйыу буйынса «Эко-китап» акцияһы башланды. Унда теләгән һәр кем, шул иҫәптән мәғариф учреждениелары, өҫтәмә белем биреү үҙәктәре, предприятиелар һәм ойошмалар ҡатнаша ала. Һәр 100 килограмм макулатура өсөн өс китап тапшырыла. Акция Экология йылына бағышланған. Ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе һәм «Комсомольская правда» гәзите сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр партияның төбәк бүлексәһенән.

Проект тап йәштәргә йүнәлтелгән. «Эко-китап»та ҡатнашыусылар өсөн «Донъяның бөйөк музейҙары», «Рәхәтләнеп сәйәхәт ит», «Үҫмерҙәр китапханаһы» коллекциялары әҙерләнгән.
Акция 2017 йылдың декабренә ҡәҙәр дауам итә. Ҡағыҙ, картон һәм иҫке журналдарҙы «ВторМаркет» хеҙмәткәрҙәре йыя. Ҡатнашыусыларға тапшырылған макулатураның ауырлығы яҙылған квитанция бирелә. Артабан «аҡыллы» бүләктәрҙе килтергәндәрен көтөргә генә ҡала. 18 декабрҙә ойоштороусылар акцияға йомғаҡ яһай, еңеүселәрҙе бүләкләй, әүҙем ҡатнашыусыларға индивидуаль бүләктәр ҡаралған. Хатта 50 килограмға етмәгән макулатура өсөн дә бүләктәргә өмөт итергә мөмкин.
«Акцияның мәғәнәһе кәрәкмәгән ҡағыҙҙарҙы йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ул күпкә тәрәнерәк, — тип иҫәпләй «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары Эдуард Сәйетбатталов. — Беҙ күңелдәребеҙҙең экологияһы мәсьәләһен күтәрәбеҙ. Үҫеп килгән быуын азат тормош йүнәлештәре шарттарында тыуған. Хәҙер күптәрҙең изгелек, намыҫ, тоғролоҡ кеүек төшөнсәләргә мөнәсәбәте дөрөҫ түгел. Йыш ҡына матди мотивтарға өҫтөнлөк бирелә. Кешеләр өҫтөнлөктәрҙе, ҡиммәттәрҙе дөрөҫ һайларға өйрәнергә тейеш».
Акция тураһында положение менән баҫманың сайтында танышырға мөмкин.
“Башинформ”дан.
Читайте нас: