Ҡашҡа ауылында экологик өмә үтте. Ауыл Советы, бюджет ойошмалары коллективтары төп урамды, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты. 2-се округ депутаты Салауат Әбүбәкеров, 3-сө округ депутаты Айдар Әхмәҙишин, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе Сания Сәлихова, ветерандар советы рәйесе Инзирә Нурмиева етәкселегендә ауыл эргәһендә шишмә таҙартылды.
Шишмәне төҙөкләндереү эшенә оло йәштәгеләр ҙә ҡушылды. Бергәләп һыу янын сүп-сарҙан таҙартты, ҡый үләндәрен сабып өйөп түкте, шишмәгә төшөр өсөн баҫҡыс яһап, таш түшәне һәм ял итер өсөн урын (“бәшмәк” ) төҙөп ҡуйҙы.
Өмәлә 22 кеше ҡатнашты. Нәжип Мөҡсинов үҙ техникаһында материалдар, эш ҡоралдарын килтерергә лә ярҙам итә. Иретеп йәбештереү эштәрен Айдар Әхмәҙишин башҡара. Уға Илнур Минһажев ярҙам итә. Раил Әғләмов тимер торбаларҙы буяр өсөн буяу бирә. Шулай, бергәләп тотонғас, эштәре ырамлы бара.
— Ошо шишмәгә 17 йыл элек, совхозда эшләгәндә, тимер торбаны килтереп үҙем һалып ҡуйғайным. Шишмәне таҙартыу буйынса өмә үткәрергә лә ҙур теләк менән килдем. Бында эшләйһе эштәр күп әле, иң мөһиме — бергәләп башланыҡ. Алла бирһә, күтәртелгән юлдан төшөр өсөн киң генә һуҡмаҡ һалып, таш түшәргә лә, ял итергә туҡтаусылар өсөн ултырырға эскәмйә, өҫтәл дә эшләргә кәрәк булыр. Берҙәм көс менән бына тигән ял итеү урыны ла эшләп ҡуйырбыҙ, — тип һөйләне беренселәрҙән булып эш урынына килеүсе Мансур Сәхип улы Шәнгәрәев.