Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
8 Сентябрь 2017, 17:39

Һыуы таҙа һәм шифалы

Уразай ауылының Ҡушсы йылғаһы буйындағы Мөнәүәрә шишмәһе Экология йылы сиктәрендә яңы төҫ алды. Уны төҙөкләндереүгә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «ГазпромТрансгаз Уфа» йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов финанс ярҙам күрһәтте.

Уразай ауылының Ҡушсы йылғаһы буйындағы Мөнәүәрә шишмәһе Экология йылы сиктәрендә яңы төҫ алды. Уны төҙөкләндереүгә республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, «ГазпромТрансгаз Уфа» йәмғиәте генераль директоры Шамил Шәрипов финанс ярҙам күрһәтте.
Саф һыулы шишмәне, шулай уҡ уның тарихын ҡәҙерләп һаҡлай уразайҙар. Ә тарихы үҙенсәлекле уның. Райондан Бөйөк Ватан һуғышына алынған 50 ҡатын-ҡыҙҙың уныһы Уразай ауылынан, шуларҙың береһе Мөнәүәрә Ҡорбанова була. Корректировкалаусы булып хеҙмәт иткән ҡыҙ дошман танкына граната ырғыта һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе лә һәләк була. Уның иҫтәлегенә ауыл уртаһындағы шишмәне «Мөнәүәрә шишмәһе» тип атайҙар.
Шишмәне төҙөкләндереүгә әҙерлек эштәрен райондың «Агропродукт» йәмғиәте эшселәре башҡарҙы. Йәмғиәт вәкиле Ренат Хәйруллин: «Шишмә тирәһе майҙанына тәбиғи декоратив таш йәйелде һәм ул бетонлы нигеҙгә нығытылды. Шишмә тирәләй 40 погон метр оҙонлоҡтағы профилдән эшләнгән кәртәне буяттыҡ», — ти. Ял итеү урыны өсөн профилдән эшләнгән сатыр урынлаштырылды. Түбәһен йәшел ҡалайҙан, иҙәндәрен һәм эскәмйәһен ағастан эшләгәндәр.
Элек ауыл халҡы ошо шишмәнән һыу эскән. Хәҙер һыу селтәре үткәрелгән һәм күптәрҙең һыуы өйҙә крандан аға. Шуға шишмә фәҡәт ял итеү урыны булараҡ файҙаланыла.
Ауыл биләмәһе территорияһындағы өс шишмә һыуына (шуларҙың береһе Мөнәүәрә шишмәһе) бактериологик һәм химик анализдар үткәргәндәр. Анализдарҙың һөҙөмтәләре буйынса шишмәләрҙең һыуы эсергә яраҡлы, тип табылған.
Матурланған, төҙөкләндерелгән шишмә үҙенә йыраҡтан саҡырып тороп, оҙаҡ йылдар һыуһағандарға көс бирһен.
Аида Хәйретдинова.
Читайте нас: