Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
29 Август 2017, 11:31

Экомобиль килде

Район халҡы тәбиғәтте һаҡлауға өлөшөн индерҙе 23 августа «Шатлыҡ» магазины ҡаршыһына махсус контейнерҙар урынлаштырылған «Экомобиль» килде. Был үтә мөһим һәм кәрәкле эш менән БР «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы шөғөлләнә.

23 августа «Шатлыҡ» магазины ҡаршыһына махсус контейнерҙар урынлаштырылған «Экомобиль» килде. Был үтә мөһим һәм кәрәкле эш менән БР «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы шөғөлләнә.
Сәғәт ун тулғансы уҡ сумка, тартмалар күтәргән бер нисә кеше алдан билдәләнгән урынға килеп баҫты. «Һәр йортта көн һайын әллә күпме көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла. Халыҡ уларҙы яндыра, күмә, ташлай. Бының менән беҙ тәбиғәткә ҙур зыян килтерәбеҙ. Зарарлы матдәләр һауаны, һыуҙарҙы бысрата. Ә үтә зарарлы терегөмөшлө, энергия һаҡлаусы лампаларҙы ҡайҙа ҡуйырға? Шуға махсус күсмә пунктты көтөп алдыҡ. Был эште ойошторған предприятиеға бик рәхмәтлебеҙ һәм ул артабан да дауам итһен», — ти Асҡын ауылында йәшәүсе Фәйрүз Ғаббасов.
Ҙур тартмала күп итеп йыйылған лампочкаларҙы Асҡын районы буйынса Пенсия фонды идаралығынан килтерҙеләр. Улар «Тәбиғәт» предприятиеһы менән килешеү төҙөнө.
Беҙ ойошманың пресс-секретары Ғәлиә Рамазанова менән дә аралаштыҡ. «Кисә Бөрө ҡалаһында, Борайҙа, Иҫке Балтаста булдыҡ. Һуңғыһында беҙҙе нығыраҡ көткәндәр. Бөгөн Асҡындан һуң Ҡариҙел менән Мишкә райондарына юлланабыҙ. Бөтә райондарҙы ла өс айға бер тапҡыр йөрөп сығырға уйлайбыҙ. Шуныһы ғына күңелде ҡыра, ойошмалар өсөн түләүле булғас, килешеү төҙөргә ашыҡмайҙар. Икенсе тапҡыр килеүебеҙ уңышлыраҡ булыр. Беҙгә тағы ла нәмәләр тапшырырға мөмкинлеген «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы сайтында белә алаһығыҙ. Мәҫәлән, беҙ иҫке компьютерҙарҙы һәм башҡа электрон ҡорамалдарҙы ла ҡабул итәбеҙ», — тине ул.
Читайте нас: