Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
28 Август 2017, 13:54

Башҡортостанда экологтар ярҙамында 300-гә яҡын сүплек юҡ ителгән

2017 йылда республика биләмәһендә 300-гә яҡын законһыҙ сүплек юҡ ителгән.

2017 йылда республика биләмәһендә 300-гә яҡын законһыҙ сүплек юҡ ителгән.
— Был йүнәлештә эш дауам итә, — тине республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының экология хәүефһеҙлеге бүлеге хеҙмәткәре Рөстәм Кәримов. — Әлеге ваҡытта сүплектәрҙең 65 проценты юҡ ителгән.
Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоусыларға дөйөм 1,5 миллион һумлыҡ административ штраф һалынған.
Шулай уҡ ағымдағы йылда Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары 1-2 класс хәүефе тыуҙырған ҡалдыҡтарҙан торған 228 объектты тикшергән. Бында 143 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған.
— Ҡағиҙә булараҡ, ҡануниәтте боҙоуҙар 1-2 класс хәүефе булған ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ һаҡламауҙа, квалификациялы белгестәрҙең булмауында тора, тип һөйләне Экология министрлығының экологик хәүефһеҙлек бүлеге баш белгесе-эксперты Айтуған Аралбаев. — Ғәйепле кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Һалынған штрафтарҙың дөйөм күләме 500 мең һум самаһы тәшкил итә.
Читайте нас: