Бөтә яңылыҡтар
Ирекмән йылы
16 Август 2017, 12:31

Пластмасса хәүеф тыуҙыра

Пластмасса барлыҡ планетаны ғәжәп тиҙлек менән яулай. Ул хатта сәнәғәттең күп тармаҡтарында конкуренттарын ҡыҫырыҡлап сығарып, хәҙер күләме буйынса металдан, кирбестән, цементтан ғына ҡалыша. Әлбиттә, пластмассаның өҫтөнлөгө бихисап. Ул еңел, һығылмалы, ныҡлы. Әммә кире яғы ла бар – бөгөн ҡулланылған полимерҙарҙың береһе лә серемәй. Тап шуға ла Ерҙә пластик тауҙары шәп үҫә, ә океанда унан барлыҡҡа килгән сүп-сар утрауҙары йөҙөп йөрөй. Ғалимдар был хаҡта күптән саң ҡаҡһа ла, әлегә ҡолаҡ һалыусы ишетелмәй. Һәм бына ҡабаттан набат һуғалар. Экологтарҙың халыҡ-ара төркөмө ҡулдарына яҙылған һандар менән пластикка ҡаршы көрәшкә сыҡты. Атап әйткәндә, донъяла 8,3 миллиард тонна пластик етештерелеүен иҫәпләгәндәр. Әйткәндәй, шуның яртыһы һуңғы ун йылда. Барлыҡ ташланған пластмассаның туғыҙ проценты ғына ҡабаттан эшкәртелә, 12 проценты яндырыла, ҡалған 79-ы сүплеккә ташлана. Хәҙер йыйылған ҡалдыҡ хатта, мәҫәлән, Аргентина кеүек ҙур илде ҡапларға етә. Бөгөн Европала пластик ҡалдыҡтарҙың 30 проценты эшкәртелә, ә Ҡытайҙа был нисбәт – 25, АҠШ-та туғыҙ процент тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән һәм сәнәғәт пластиктан ҡотолоуҙың һөҙөмтәле, арзан юлын тапмаған. Технологиялар күп түгел. Уны термик алым ярҙамында йәки яндырып ҡына юҡ итергә мөмкин. Әммә һуңғыһы кеше, тирә-яҡ мөхит өсөн дә зарарлы. Ғалимдар әйтеүенсә, пластик һауыттарҙы киләсәктә эшкәртеү иҫәбе менән эшләгәндә, уны күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, плас­тик шешәне 20 тапҡыр ҡабаттан ҡулланырға булыр ине. Ул сағында ҡалдығы ла күпкә аҙыраҡ сығасаҡ. Әммә әлегә материалдың сифаты үтә шәптән булмауы бындай мөмкинлекте сикләй. Артабан да пластик менән мауығыу ошондай тиҙлектә барһа, 2050 йылға планетала 12 миллиард тонна пластик етештереләсәк, ти белгестәр. Был проблеманы нисек хәл итеү хаҡында әлегә етди эш алып барылмай. Киләсәк быуынға мираҫҡа сүп тауҙары ҡалдырырға уйлайбыҙмы икән?

Пластмасса барлыҡ планетаны ғәжәп тиҙлек менән яулай. Ул хатта сәнәғәттең күп тармаҡтарында конкуренттарын ҡыҫырыҡлап сығарып, хәҙер күләме буйынса металдан, кирбестән, цементтан ғына ҡалыша.
Әлбиттә, пластмассаның өҫтөнлөгө бихисап. Ул еңел, һығылмалы, ныҡлы. Әммә кире яғы ла бар – бөгөн ҡулланылған полимерҙарҙың береһе лә серемәй. Тап шуға ла Ерҙә пластик тауҙары шәп үҫә, ә океанда унан барлыҡҡа килгән сүп-сар утрауҙары йөҙөп йөрөй.
Ғалимдар был хаҡта күптән саң ҡаҡһа ла, әлегә ҡолаҡ һалыусы ишетелмәй. Һәм бына ҡабаттан набат һуғалар. Экологтарҙың халыҡ-ара төркөмө ҡулдарына яҙылған һандар менән пластикка ҡаршы көрәшкә сыҡты.
Атап әйткәндә, донъяла 8,3 миллиард тонна пластик етештерелеүен иҫәпләгәндәр. Әйткәндәй, шуның яртыһы һуңғы ун йылда. Барлыҡ ташланған пластмассаның туғыҙ проценты ғына ҡабаттан эшкәртелә, 12 проценты яндырыла, ҡалған 79-ы сүплеккә ташлана. Хәҙер йыйылған ҡалдыҡ хатта, мәҫәлән, Аргентина кеүек ҙур илде ҡапларға етә.
Бөгөн Европала пластик ҡалдыҡтарҙың 30 проценты эшкәртелә, ә Ҡытайҙа был нисбәт – 25, АҠШ-та туғыҙ процент тәшкил итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фән һәм сәнәғәт пластиктан ҡотолоуҙың һөҙөмтәле, арзан юлын тапмаған. Технологиялар күп түгел. Уны термик алым ярҙамында йәки яндырып ҡына юҡ итергә мөмкин. Әммә һуңғыһы кеше, тирә-яҡ мөхит өсөн дә зарарлы.
Ғалимдар әйтеүенсә, пластик һауыттарҙы киләсәктә эшкәртеү иҫәбе менән эшләгәндә, уны күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин. Мәҫәлән, плас­тик шешәне 20 тапҡыр ҡабаттан ҡулланырға булыр ине. Ул сағында ҡалдығы ла күпкә аҙыраҡ сығасаҡ. Әммә әлегә материалдың сифаты үтә шәптән булмауы бындай мөмкинлекте сикләй.
Артабан да пластик менән мауығыу ошондай тиҙлектә барһа, 2050 йылға планетала 12 миллиард тонна пластик етештереләсәк, ти белгестәр. Был проблеманы нисек хәл итеү хаҡында әлегә етди эш алып барылмай. Киләсәк быуынға мираҫҡа сүп тауҙары ҡалдырырға уйлайбыҙмы икән?
Читайте нас: