Ниндәй генә гөл юҡ уның өйөндә?! Тәҙрә төптәрендә лә, өҫтәлдәрҙә, сервант һәм комод өҫтәрендә лә... Бегонияның төрҙәре, төҫтәре айырым иғтибар талап итә. Аҡ, ҡыҙыл, зәңгәр, һары һәм башҡа төҫлө гөлдәр өй түрен йәмләп ултыра. Уларҙың хужабикәһе Зөлхизә апай бик уңған, эшһөйәр.
Ул Ҡузбай ауылында тыуып үҫә. Атаһы паромда эшләгәнгә, Танып йылғаһы буйында балыҡ тотоп, һуғыштан һуңғы йылдарҙы еңелерәк үткәрә улар. Бәләкәйҙән бесән йыйып, баҫыуҙа эшләп, фермала тиреҫ сығарып, эшкә өйрәнеп, сынығып үҫә. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Борайҙа белем ала. Силасау башланғыс мәктәбенә уҡытырға бара. Ауылдаш егете Мәсҡүт менән ғаилә ҡорғас, кире тыуған ауылына ҡайта. Зөлхизә Хөрмәт ҡыҙы тәүҙә — ауыл Советында хисапсы, артабан хаҡлы ялға сыҡҡансы дәүләт именлеге агенты булып эшләй. Уның хеҙмәт стажы 40 йылдан артыҡ, “Хеҙмәт ветераны” тигән маҡтаулы исеме лә бар, Почет грамоталары ла бихисап.
Тормош иптәше менән 46 йыл татыу ғүмер итеп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Сәскә күңелле өләсәй бөгөн 10 ейән-ейәнсәрен һөйөп ҡыуана.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әсе ҡайғыларҙы ла үткәрергә тура килә Зөлхизә инәйгә: бер-бер артлы бер туғандарын, артабан тормош иптәшен һәм оло улын да юғалта. Гөлдәр үҫтереп, ҡайғыларын баҫалыр был күпте күргән ағинәй.
Зөлхизә Хөрмәт ҡыҙы сигергә лә бик оҫта. Алмазлы мозаика менән мауыға. Үҙ ҡулдары менән сиккән картиналар уның йортон биҙәй. Үҙешсән сәнғәттә лә әүҙем ҡатнаша: ауыл ансамблендә йырлай, матур итеп шиғырҙар уҡый, спектаклдәрҙә уйнай.
Йәй етһә, баҡсала йәшелсә-емеш үҫтереп, мул уңыш ала. Ҡош-ҡорт, бал ҡорттары ла ҡарай. Урман-ҡырҙарға барып еләк йыйырға ла ярата.
Бына шулай, матурлыҡҡа ғашиҡ, уңған, әүҙем Зөлхизә Хөрмәт ҡыҙының өйөндә лә, күңелендә лә гел ҡояшлы йәй.
Лира ЮРАСОВА.
Борай районы.