Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
29 Ноябрь 2023, 09:57

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Беҙҙә - ҡаҙ өмәһе!

Ошо көндәрҙә Билгеш ауылында йәшәүсе Рәлиә һәм Радик Ғәлиәскәровтарҙа Ҡаҙ өмәһе уҙҙы.

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Беҙҙә - ҡаҙ өмәһе!
Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Беҙҙә - ҡаҙ өмәһе!

Оҙайлы ҡышҡа аяҡ баҫыр алдынан ауыл кешеһе тағы күңелле мәшәҡәттәргә сумып ала. Мал тотҡан, ҡош-ҡорт аҫраған уңғандар һуғым эшен башҡара, ҡаҙ өмәләре уҙғара.

Ошо көндәрҙә Рәлиә һәм Радик Ғәлиәскәровтарҙың да ихатаһы йәнләнеп алды. Дуҫ-иштәрен ярҙамға саҡырып, йорт хужалары ҡаҙ өмәһе үткәрҙе.
Эш ыңғайында шаян һүҙ һөйләп, йырҙар көйләп, ҡаҙҙарҙы йолҡҡас, егәрле ҡатын-ҡыҙҙар түшкәләрҙе көйәнтәләргә элеп, һыу буйына барып йыуып та килде.
Хужабикәгә матур теләктәр теләп, киләһе йылда ла ҡаҙҙарының күп булыуын юраны. Рәлиә ханым иһә, рәхмәттәрен белдереп, киләсәктә лә иҫәнлектә-һаулыҡта матур өмәләргә йыйылырға насип булыуын теләп, ҡар өҫтөнә аҡ ҡаурыйҙар һипте.

Күмәк кешенең күңеле лә күтәренке, ти халыҡ. Берҙәм көс менән башҡарылғас, ҡаҙ өмәһе лә матур итеп, еңел генә үтеп тә китте.

Мал-тыуар тотоу, уның эргәһендә ҡош-ҡортон да үрсетеү бигүк еңелдән булмаһа ла, заманға яраҡлашып донъя көткән йүнселдәр барыбер ҙә байтаҡ әле Билгештә. Шундай сәмлеләр булғанда, ауыл йәшәр, өмә-байрамдары ла уҙғарылыр. Күркәм йолалар ҙа онотолмаҫ.

 

Сығанаҡ: Ринат Галявутдинов

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Беҙҙә - ҡаҙ өмәһе!
Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар? Беҙҙә - ҡаҙ өмәһе!
Автор:
Читайте нас: