Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Сәскәләр утрауында

Илмира Дәүләтбаеваның баҡсаһында йөҙҙән ашыу сәскә үҫә

Сәскәләр утрауында
Сәскәләр утрауында

Ҡапҡа төбөнән үк күҙ яуын алырлыҡ сәскәләргә күмелгән был йорт әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итеп, матурлыҡ таратып, үҙенә саҡырып тора. Донъяһын сәскәләр утрауына әйләндергән Илмира Хәмзә ҡыҙы үҙе лә йылылыҡ, гүзәллек бөркөп йәшәй. Уның әкиәт донъяһын килеп күргәндәр, сәскәләрҙең сихри матурлығына, хужабикәнең уңғанлығына, өлгөрлөгөнә таң ҡалып, һоҡланып, илһамланып йөрөй.
— Баҡсабыҙ иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шау сәскәлә ултырһын өсөн, уларҙың иртә ата торғандарын да, ҡар яуғансы сәскәһен ҡоймай торғандарын да аралаштырып ултыртам. Беренселәрҙән булып, май башында тюльпандарым һөйөндөрә, баҡсаның буйынан буйына, һуҡмаҡ ситтәрендә лә теҙелешеп ултыра улар. Ынйыларым да шул ваҡытта сәскә ата, — тип, бер ҙә ишетмәгән, күрмәгән тағын әллә нисә төр ят сәскә исемдәрен атап, наҙлыҡайҙары менән таныштыра башланы мине. Әйтерһең, йәннәт баҡсаһы, тип уйлап та өлгөрмәнем, әңгәмәсем төрлө төҫтәге пион, лилиәләр, примула, георгин, иристар һәм башка күп төрлө сәскәләрҙе күрһәтеп, улар тураһында шул тиклем йәнле итеп һөйләне.
Илмира Хәмзә ҡыҙының бүлмә гөлдәре лә шау сәскәлә ултыра. Өйҙәге оранжереяла орхидеяның ғына ла әллә нисә төрө үҫә, хатта емеш биреп, ашай торғаны ла бар! Ә миләүшәләрҙең иҫәбе-һаны ла юҡ!
Шул тиклем сәскәләрҙе ҡарап, тәрбиәләп, уларға тейешле шарттар ҙа тыуҙырырға кәрәк бит. “Нисек барыһына ла өлгөрәһегеҙ?” — тигән һорауыма: ”Теләһәң, барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. Ғаиләбеҙ менән бергә ҡайнашабыҙ, күрәһең, шулай ял итәлер беҙҙең күңел. Матурлыҡҡа, йәшеллеккә, тереклеккә һөйөү әсәйемдән күскәндер. Беҙ барыбыҙ ҙа гүзәллеккә ғашиҡбыҙ. Донъяны тағы ла матурыраҡ, камилыраҡ итеүҙе үҙең йәшәгән йорттан башларға кәрәк”, — тип яуап бирҙе Илмира Хәмзә ҡыҙы.
Сәскәләр батшабикәһенән
бер нисә кәңәш:


1. «Тере диуарҙар»
Баҡсаны өлөштәргә бүлгәндә, мәҫәлән, сәскәләрҙе йәшелсә түтәлдәренән айырыу өсөн «йәшел ҡоймалар» үҫтерергә мөмкин. Үрмә гөлдәр — клематис, виноград айырыуса матур күренәсәк. Үрмәләтеү өсөн ергә бер нисә тимер бағана ултыртыу ҙа етә.


2. «Тубыҡтарығыҙҙы һаҡлағыҙ!»
Роликтарҙа йөрөүселәрҙең тубыҡтарын һаҡлау өсөн наколенниктар кейеүен күргәнегеҙ барҙыр. Баҡтиһәң, уларҙы баҡсала кейеү арыуҙан, быуындар һыҙлауынан һаҡлай икән.
«Баҡсала тубыҡланып эшләргә тура килә, ә уларҙы кейеп ҡуйғас, сәғәттәр буйы арыу-талыуҙы белмәйһең», — ти баҡсабикә.


3. «Йәйгә — асыҡ һауаға»
Илмира Хәмзә ҡыҙы әйтеүенсә, ҡайһы бер бүлмә гөлдәрен йәй көнө асыҡ һауаға сығарыу ҙа бик файҙалы икән. Мәҫәлән, ярандарҙы. Улар йәй буйы сәскә ата, япраҡтары ла йәшәреп китә. Көҙ көнө шул уҡ сүлмәге менән кертеп ҡуйырға, йәки яңы һауытҡа ултыртырға мөмкин.

Гөлназ Ханова.

Борай районы.

Сәскәләр утрауында
Сәскәләр утрауында
Сәскәләр утрауында
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: