Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
15 Апрель 2023, 11:00

Тәжрибәле баҡсасы Фәриҙә Хафизованың үҙ серҙәре бар

Абыҙ ауылында йәшәүсе Фәриҙә Хафизова яратҡан шөғөлө нескәлектәре тураһында  беҙгә лә ихлас һөйләне.

Тәжрибәле баҡсасы Фәриҙә Хафизованың үҙ серҙәре  бар
Тәжрибәле баҡсасы Фәриҙә Хафизованың үҙ серҙәре бар

Уңған хужабикәләрҙең әле помидор, борос, сәскә үрсетмәләре менән мәж килгән сағы.  Абыҙ ауылында йәшәүсе Фәриҙә Хафизова ла нәҡ шулай. Яратҡан шөғөлө нескәлектәре тураһында  беҙгә лә ихлас һөйләне.

 

Фәриҙә ханымдың атаһы — Учалы, әсәһе Асҡын районынан. Инде оҙаҡ йылдар Ҡариҙелде төйәк иткәндәр. Үҙ ғүмерендә Фәриҙә Рауил ҡыҙы башҡармаған эш ҡалмаған: төҙөүсе лә, бригадир ҙа, мөдир ҙә... Абыҙ ауыл клубында методист булып эшләгән дәүерҙә хаҡлы ялға сыға. Ғаиләһе менән бер ҡасан да тик ултырырға яратмаған Фәриҙә ханым ер эше менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәклеген яҡшы аңлай. Сөнки “Туйындырған да, һыйындырған да ер” тигән халыҡ мәҡәле бәләкәйҙән күңеленә һеңеп ҡалған. Тормош иптәше  Фәғил Мәсәлим улы менән улар аҙбар тултырып мал-тыуар ҡарай. Бына шул йылдар буйы йыйылған мал тиреҫе – эшлекле серетмәләр баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә этәргес булған да инде.

— Магазиндағы матур ҡапсыҡтарҙағы тупраҡты алып ҡараныҡ. Ул беҙҙең ерлеккә бөтөнләй ярамай. Сөнки беҙҙең район тәбиғәте бөтөнләй башҡаса. Ата-бабанан ҡалған кәңәштәрҙе тотоп, бына ошо ябай үҙебеҙҙең серетмәләр менән февраль-март айҙарында борос, помидор ултыртабыҙ. Йыл һайын кешеләр үҫентеләр һорап килгәс, быйыл беҙ уларҙы күпләп сәстек һәм шулар менән мәж киләбеҙ. Уларҙың тамырҙары ныҡлы, шуға уңыш буласаҡ, — тип һөйләй Фәриҙә ханым.

 

Йәшелсәләрҙән тыш, Фәриҙә Рауил ҡыҙы сәскәләр үҫтерергә әүәҫләнгән. Әлеге ваҡытта уның тиҫтәнән ашыу төр сәскә үҫентеләре ҡояшҡа үрелеп ултыра. Ә бүлмә гөлдәре төрҙәре 49-ға еткән. “Ер, һауа, ҡояш” девизы аҫтында бына шулай төрлө гөлдәрҙе “эйәләштереп” алған ул.

Һәр баҡсасының үҙенең ниндәй ҙә булһа сере бар. Фәриҙә Рауил ҡыҙы иһә уңыштың муллығына тик һауа торошо ғына тәьҫир итә ала, тип һанай.

—  Ай календарына бер ҙә ниге

ҙләнгәнем юҡ. Беҙҙең республика, район, ауыл өсөн һауа торошона таянып яһалған үҙемдең күҙәтеүҙәрем бар. Улар бер ҡасан да алдағаны юҡ. Шуға ла, ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, кәбеҫтә үҫентеһе менән аҙапланғанда,  минекеләр гөрләп ултыра. Иң элек ашығырға ярамай. Әҙ генә йылы тойҙомо, ҡайһы бер хужабикәләр буласаҡ йәшелсәләрен тиҙерәк теплицаға күсереү яғын ҡарай. Иҫкесә йылға, айға – 14 көнгә иғтибар итеү урынлы. Һәм тағы ла: һатыуҙағы төрлө шыйыҡсалар, эликсирҙар, матдәләр  һәр саҡ беҙгә тиклем яҡшы сифатлы булып килеп етмәй, ялған да була. Шуға ла, иң элек өлкән быуын кәңәштәрен тотоу зарур. Тиреҫ, көл, серетмә, тауыҡ тиҙәге – бына беҙҙең баҡсалағы дуҫтар. Помидорҙарҙы тышҡа сығарып ултыртҡандан һуң, 200 грамм тауыҡ тиҙәген бер биҙрә һыуға һалып әсетеп, емештәр өлгөргәнсе бер нисә тапҡыр һибәм. Былай иткәндә, помидорҙар һабаҡтарында уҡ ҡыҙарып бешә, ҡараймай, — тип ихлас серен систе Фәриҙә ханым.

Тәҙрә төптәрендәге, тотош бүлмәләрҙәге үҫентеләргә ҡарап, уның күплегенә хайран ҡалдым. Баҡтиһәң, Фәриҙә апай күптәрен таныш-белештәренең һорауы буйынса ултыртҡан икән.

Көҙөн бар күңелен һалып үҫтергән йәшелсәләрҙе тоҙлай, төрлө салаттар ҙа эшләй уңған хужабикә. Шулай уҡ баҡсаһында үҫтергән ҡарағат, сейә, ҡурай еләге емештәренән ҡайнатмалар, компоттар ҡайната.

Гөлнара Солтанова.

 

 

Тәжрибәле баҡсасы Фәриҙә Хафизованың үҙ серҙәре  бар
Тәжрибәле баҡсасы Фәриҙә Хафизованың үҙ серҙәре бар
Читайте нас: