Йәнтөйәк
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
18 Ғинуар 2023, 09:28

Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра

Рәссам һәм оҫта Эльвира Мәкәрим ҡыҙы еңеү артынан еңеү яулай

Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра
Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра

Мишкә ауылында йәшәүсе Эльвира Ғәлимова VIII «Туристик сувенир-2022» Бөтә Рәсәй конкурсының финал этабында «Сувенир-уйынсыҡ» номинацияһында икенсе урын яуланы. Еңеүселәрҙе бүләкләү сараһы Киров ҡалаһында үтте.
Быйыл VIII «Туристик сувенир» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн илдең 72 төбәгенән 2609 сувенир позицияһы бирелде. Йыл дауамында был конкурстың округ һәм төбәк этаптары Бөтә Рәсәй буйлап үтте. Сентябрь айында конкурстың төбәк этабында Эльвира Ғәлимоваға «Сувенир-уйынсыҡ» номинацияһында беренсе дәрәжә диплом тапшырылды. Ошо уҡ ижади конкурстың округ этабында ул өсөнсө дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Төбәк һәм округ этаптары еңеүселәре һәм призерҙары ғына ошо дөйөм милли конкурстың финалына сыҡты.
Үткән йыл Эльвира Мәкәрим ҡыҙы өсөн емешле булды. Апрелдә Бөрө ҡалаһында I «Сауҙагәр һандығы» Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы асыҡ фестиваль-конкурсында «Ағас буйынса художестволы биҙәк» номинацияһында еңеү яуланы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, ағаста һүрәт төшөрөү һәм уны һырлау – Эльвира Ғәлимованың хоббийы. Уның төп эшмәкәрлеге — уҡытыусы. Эльвира Мәкәрим ҡыҙы Ирсай ауылының Алексей Искәндәров исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбенең юғары категориялы педагог-психологы һәм хеҙмәт уҡытыусыһы.
Талантлы кеше һәр яҡтан да талантлы, тиҙәр. Эльвира Ғәлимова кейеҙ баҫыу кеүек кәсепте лә үҙләштерә. Өс йыл элек ул «Башҡорт кейеменең төньяҡ-көнбайыш комплексы мотивтары буйынса кейеҙҙә заманса костюм» республика семинар-практикумында курстар үтеп, сертификат алды. Уға ҡул эштәре лә бик оҡшай – энә һәм ырғаҡ менән бәйләй, таҫтамалдар сигә, квилинг менән дә мауыға. Үҙенең шедеврҙары менән рәссам тирә-йүндәгеләр менән уртаҡлаша. Ул «Төрлө төҫтәге мозаика», «АРТ-талант», «Йыл һөнәрсеһе», «Сауҙагәрҙәр һандығы», «Башҡорт сувениры», «Туристик сувенир» республика һәм Бөтә Рәсәй ижади һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте фестивалдәре һәм конкурстарында һәм башҡа сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
— Мин тәбиғәткә ғашиҡ, унан көс алам. Тыуған яғымдың матурлығы менән һоҡланам, ул мине һәр саҡ үҙенә тартып торҙо. Мәктәптә уҡығанда иң яратҡан дәрестәрем — һүрәт төшөрөү, биология, химия, физика, хеҙмәт ине. Рус теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә, уҡытыусыларҙы тыңлап, бер үк ваҡытта автоматик рәүештә ҡараламала төрлө сәскәләр, биҙәктәр төшөрә торғайным, — ти Эльвира Мәкәрим ҡыҙы.
Эльвира Ғәлимова Мишкә 1-се урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтына мәктәпкәсә педагогика һәм психология уҡытыусыһы, практик психолог, тәрбиәсе белгеслеге буйынса уҡырға инә. 1996 йылда уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шул уҡ йылда Ирсай ауылындағы А. Искәндәров исемендәге мәктәпкә педагог-психолог булып эшкә урынлаша һәм бөгөнгәсә шунда эшләй. Уның эш стажы — 26 йыл.
Эльвира Мәкәрим ҡыҙы шәхси тормошонда ла бәхетле. 2001 йылда ижади кешегә, рәссам һәм балта оҫтаһы Дим Ғәлимовҡа кейәүгә сыға. Мөхәббәт емеше булып улдары Илсур тыуа. Әлеге ваҡытта ул 10-сы класта уҡый. Улдары шулай уҡ талантлы шәхес. Ул Мишкә ауылының Балалар сәнғәт мәктәбен тамамлай, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Илсурҙың моңло тауышына күптәр ғашиҡ.

Лилиә ХӘСӘНОВА.

Мишкә районы.

 

Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра
Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра
Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра
Күп ҡырлы таланты менән һоҡландыра
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: