Илүсә Нәзир ҡыҙы — Солтанай ауылының уңған, булдыҡлы, ауылда үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы, йыр-моңға ғашиҡ гүзәл заттарының береһе. Хәстәрлекле, өлгөр хужабикә еләк йыйырға ла бик шәп. Йыл да ул тәмле ҡайын еләге булһынмы, ер еләгеме, — күп итеп йыйып, үҙҙәренән артҡанын һораусыларға һата ла.
- Быйыл һауа торошо бик ҡыуандырмағас, еләк булмаҫмы әллә, тигәйнек. Аллаға шөкөр, бирҙе Хоҙай. Ҡайын еләген йыя башлағаныма ике аҙна булды. Бына әле саҡ тәмләнеп өлгөрөп етте. Еләк быйыл бик күп, иренмәй йый ғына. Мин үҙебеҙгә ҡышҡылыҡҡа етерлек итеп әҙерләнем. Туңдырып та ҡуйҙым, ҡайнаттым да. Ейәндәрем Айрат менән Амелияға ла күстәнәскә мул ғына булды. Ҡаракүлдә йәшәгән атай-әсәйемә лә йыйып ебәрҙем. Ҡунаҡҡа ҡайтҡан Эльмира һәм Зөһрә һеңлеләрем дә үҙҙәренә етерлек йыйҙы, — тип һөйләне Илүсә.
Еләк ваҡыты бер генә, үтә ул мәл тиҙ генә тигәндәй, ғаиләһен тәмле еләк-емеш, витаминлы ризыҡтар менән тәьмин итергә тырышҡан хужабикәләр өсөн көндәр ҙә яҡшы тора.
Илһөйәр Махатова.