Шишмә-Үрәкәйҙә ғүмер итеүсе Финиза Һәм Йәлил Асҡаровтар ауылда уңған, булдыҡлы, эшһөйәр ғаилә булараҡ билдәле.
Уңған хужабикәләр өсөн йәйҙең һәр көнө иҫәптә. Әле бына ҡоро, эҫе көндәрҙән файҙаланып, Асҡаровтар ғаилә бюджетына килем килтереп ҡалырға тырыша. Бәләкәй Асҡарға 2,5 ай ғына булыуға ҡарамаҫтан, Финиза ҡыҙы Алия менән көн дә еләккә йөрөй. Ә еләкле ерҙәрҙе ул яҡшы белә. Булдыҡлы хужабикәнең үҙенең даими һатып алыусылары бар, таныш-белештәр ҙә шылтыратып алдан белешеп ҡуя.
Улар еләктә саҡта бәләкәй Асҡарҙы ағаһы Руслан ҡарап тора. Әйкәндәй, Руслан 8-се класты, ә Алия Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының 1-се курсын тамамлаған. Улар бәләкәйҙән ата-әсәләренә ярҙамлашып, эш рәтен белеп, аҡсаның еңел генә табылмауын төшөнөп үҫә.
Илһөйәр Махатова.