Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
12 Февраль 2022, 10:00

Ҡулдарынан гөлдәр тама

Балтас районында йәшәүсе Зәбирә Фәхрәзиеваның һәләте һәм матурлыҡҡа ғашиҡ күңеле мөғжизәләр тыуҙыра

Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама

Оҫта ҡуллы, эшһөйәр кешеләр тураһында беҙҙең яҡта күсмә мәғәнәлә шулай тиҙәр. Түбәндәге мәҡәлә геройым Зәбирә Фәхрәзиеваның ҡулдарынан иһә ысын-ысынлап гөлдәр тама: кейеҙ пальтоларҙы баҫҡанда күҙ яуын алырлыҡ сәскәләр менән биҙәй ул!
Йыраҡ Баймаҡ яғынан Балтасҡа ҡош балаһылай осоп килеп, килен булып төшһә лә, хеҙмәте менән халыҡ араһында абруй ҡаҙанып, сит ерҙе үҙ итеп йәшәй Зәбирә Тимерхан ҡыҙы. Сығышы менән Баҡалы районы Мирзәйет ауылынан ул. Башта аталары Тимерханды, унан әсәләре Сабираны бәхетһеҙ осраҡ гүр эйәһе итә. Дүрт бала етем ҡала, иң бәләкәйе Зәбирәгә 12 йәш була. Ағалары олораҡ, ауылдан сығып китәләр. Зәбирә менән апаһы Фәниә бер ҡышты тыуған өйҙәрендә үҙ аллы сыға. Фәниә үҙе йәш үҫмер, күрше ауылға мәктәпкә йөрөп уҡый. Зәбирәне әсәһенең бер туған һеңлеһе Нажиә Баймаҡ районына алып китә. Ул данлыҡлы Йылайыр совхозының Урал бүлексәһендә йәшәй. Бирелә төрлө яҡтан килгән рус, башҡорт, татар, мордва, удмурт, ҡаҙаҡ, хатта мосаль милләтенән халыҡ берҙәм көн күрә. Урта мәктәпте тамамлағас, Зәбирә Баймаҡта тегеүсе һөнәрен үҙләштерә. Өҫ кейемдәре буйынса оҫта ул, пальто, плащ, курткалар тегеүсе. Тырыш ҡыҙ юллама буйынса Стәрлетамаҡта Көнкүреш йорто ательеһында хеҙмәт юлын башлай. Дүрт йылдан һуң бер туғандары Сибайға килеп урынлашҡас, Зәбирә лә унда күсеп, тегеүсе булып эшләй. Фәниә апаһы медицина училищеһын тамамлап, Балтас районы Боғҙан ауылына эшкә ебәрелә, шунда ғаилә ҡора. Уларға ҡунаҡҡа килеп, Зәбирә лә яҙмышын осрата. Фәрит Барый улы менән улар 1985 йылда ҡауыша, етеш донъя ҡороп, үҙҙәре кеүек уңған өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Гөлназ, Светлана, Диләрәнең инде үҙ ғаиләһе, балалары бар. Атайҙары Фәрит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн араларында юҡ. Әммә Зәбирә апай ул төҙөгән мөһабәт өйҙөң утын һүндермәй, ғәзиздәрен тыуған өйҙәрендә ҡунаҡ итеп, ейәндәр үҫтерергә ярҙамлашып йәшәй. Бешергән ризыҡтары тел йоторлоҡ, уңғанлығына таң ҡалырлыҡ, ялғыҙмын тип тормай, хатта бал ҡорттары ла үрсетә ул. Өҫтәлендә үҙе етештергән татлы балы, өй икмәге, һый-ниғмәте өҙөлмәй, асыҡ йөҙөнән нур бөркөлә, ҡулына баянын алһа — күңеленән сыҡҡан моң ағыла. Был шөғөлдөң дә үҙ тарихы. “Магазинға килә лә оҙаҡ итеп баянға ҡарап тора, унан сығып китә, ҡыҙыңдың баянда уйнағы килә, ахыры”, — ти Нажиә апаһына һатыусы. Шулай итеп Зәбирә баянлы була, бәләкәй сағында ике ағаһының өҙҙөрөп уйнауына ғашиҡ ҡыҙ баҫмаҡтарҙың серенә тиҙ төшөнә. Стәрлетамаҡта беренсе хеҙмәт хаҡын ҡушып, кредитҡа баян һатып ала. Йыр-моң ғүмере буйына оҙата уны. Бына яңы ғына ап-аҡ баян һатып алып, өй түренә ҡуйған, кистәрен ярһыу хистәрен йырға һала.
1985 йылдан 2000 йылға тиклем Балтас Көнкүреш йортонда эшләй Зәбирә Фәхрәзиева, унан 17 йыл дауамында шәхси эшҡыуар булараҡ дауам итә тегеү хеҙмәтен. Хәҙер, үҙе әйткәндәй, күңел өсөн эшләй. Өйөнөң икенсе ҡатында ҙур оҫтаханаһы бар. “2016 йылда Балтасҡа Нефтекаманан килеп, Зинида Фәйзуллина яҡташтарына (ул үҙе сығышы менән Ҡарғалы ауылынан икән) кейеҙҙән кейемдәр эшләү серҙәрен өйрәтте. Мине лә саҡырҙылар. Тәүге тапҡыр күргәс тә: “Был минең эш!” тинем, ғашиҡ булдым был кәсепкә. Аяҡ кейемдәре, бейәләйҙәрҙән башланым, унан баш кейемдәре эшләргә өйрәндем. Йөн ҡиммәт, почта аша алдырам, ләкин кейеҙҙән кейем баҫыуы шул тиклем ҡыҙыҡлы, был эштән туҡталам тимә.Фантазияң булһа, әллә ниндәй үҙенсәлекле биҙәкле, бер кемдекенә лә оҡшамаған әйберҙәр уйлап табырға була”, — тип һөйләй Зәбирә Тимерхан ҡыҙы. Ул йөндө нисә ҡат кәрәк, нисек кәрәк шулай теҙә, махсус машина менән баҫа, араларында сәскәләр ҡалдыра. Үҙенә башта еңел куртка, унан нәҙек пальто (һүрәттә), хәҙер инде ҡышҡыһын баҫып кейгән. “Тәбиғи материалдарҙан булғас, йылы, тирләтмәй, кейергә уңайлы”, — ти оҫта.
Зәбирә Фәхрәзиева милли байрамдарҙа күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, үҙ ҡулдары менән теккән, яһаған бүләктәр менән яҡындарын ҡыуандыра. Әлеге ваҡытта ул сумка яһай. Бер ҡайҙан да ҡарамай, күңел ҡушыуы буйынса эшләй. Дизайнер һөнәренә уҡып тораһы юҡ, тәбиғәттән килгән һәләте һәм матурлыҡҡа ғашиҡ булыуы мөғжизәләр тыуҙырырға ярҙам итә.

Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.

Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама
Ҡулдарынан гөлдәр тама
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: