Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 3 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ , 2 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) йәки 1 балғалаҡ аш һеркәһендә һүндерелгән сода, ярты ҡап аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт кәрәк. Йомортҡа һалмаҫҡа, ул ҡамырҙы ҡатыра. Ҡамырҙы баҫҡаҫ, уны һыуытҡысҡа ҡуйып ҡатырып, ит турағыс аша сығарап, мейескә бешерергә ҡуябыҙ. Был ҡамыр тиҙ генә бешеп сыға. Көйөп китмәһен өсөн ҡарап тороғоҙ. Ҡамыр бешеп сыҡҡас, уны ваҡлап, ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт, май һалып , ҡырмыҫҡа иләүе формаһында тәрилкәләргә өйөргә. Ҡуйыртылған һөттө һыулы кәстрүлдә бер сәғәттән ашыу ҡайнатырға кәрәк.
Торттың өҫтөн мәк, иретелгән шоколад менән биҙәргә мөмкин.
Фото:рецепты-хозяйки.рф