Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
19 Август 2021, 14:35

Киләсәккә матур пландар ҡороп

Балтас районының Усман ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Илгиз Әминевтар һөт етештереү йүнәлешендә малсылыҡ менән 2012 йылдан башлап шөғөлләнә. Был йылдарҙа эшсән ғаиләгә ауырлыҡтарҙы, уңышһыҙлыҡтарҙы ла кисерергә тура килә, табыш алып һөйөнгән, киләсәккә маҡсаттар ҡуйып, эшләргә дәрт алған саҡтары ла күп була, әлбиттә.

Киләсәккә матур пландар ҡороп
Киләсәккә матур пландар ҡороп

“Быйылғы ҡоролоҡҡа ла бирешмәйбеҙ. Фермала 200 баш мал аҫрайбыҙ, шуларҙың 83-ө — һауын һыйыры. Көндәлек табышыбыҙ — һөттән. Бесән әҙерләү һуңғараҡ ҡалды, әммә кәрәкле аҙыҡ запасын, нисек кенә ауыр булмаһын, әҙерләйбеҙ. Үҙ көсөбөҙ менән әҙерләп еткермәһәк, һатып алабыҙ, ләкин мал һанын кәметмәй, үҫеш юлынан тайпылмай, ҡышлатыу осорона уңышлы алып сығырбыҙ, тип ышанам”, — ти крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Илгиз Әминев.
Илгиз Рәфиҡ улы — Усман ауылында, тормош иптәше Гөлнара күрше Борай районының Иҫке Киҙгән ауылында тыуып, ерҙә эшләргә күнегеп, ауыл тормошон яратып үҫкән. Таңдан тороп фермаға малдарҙы тәрбиәләргә, һыйырҙарҙы һауырға ашығалар. Гөлнара һәр "һөтлөбикә"һен исемләп, һәр береһенең холҡон яҡшы белә. Хужа һауылған һөттө район үҙәгенә, “Аҡбар” кооперативына илтеп тапшыра. Киске һауынға ла улар шулай парлашып, гөрләшеп, шаярыу аша көлөшөп, көндәлек хәлдәрҙе һөйләшеп, алға пландар ҡороп бара. Илгиз Рәфиҡ улы мәктәпте тамамлағас, Балтас һөнәрселек училищеһында ветеринар белгеслеген үҙләштергән, шуға ла малдарҙың “телен” яҡшы аңлай. Хәҙер уларға оло улдары Рәдиф тә булыша. Ҡыҙҙары Ләйсән юрист һөнәрен һайлаған, Ижевск ҡалаһында белем ала. Мәктәптә уҡыған Рөстәмдәре инде ҡул араһына инеп, бөтә эшкә өйрәнеп өлгөргән.
Башҡаса йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй Әминевтар. Эш юҡ, тип зарланыусыларға аптырайҙар. “Ике ҡулың һау булғанда, аяҡтарың йөгөрөп йөрөгәндә, эш бөтәме һуң? — тип фәлсәфәгә бирелеп ала хужа. — Ялҡаулыҡ ҙур халыҡта. Ауылда ике йортҡа — дүрт һыйыр. Көтөүҙәр бөтә. Үҙең етештергән һөт ризығы — тәбиғи ризыҡ, таҙа, тәмле, уны магазинда һатылғанға алмаштырып буламы һуң инде?”
Үҙҙәренең булмышы менән ауыл хужалығы тармағында фермерлыҡ эшмәкәрлеген йәйелдереп, табышлы йәшәү мөмкинлеген дәлилләй Әминевтар. 2017 йылда дәүләт ярҙамына — “Башҡортостан Республикаһының ғаилә малсылыҡ фермалары” программаһы буйынса грантҡа эйә булғандар. Хужалыҡҡа 22 баш һыйыр, бесәнде төргәктәргә ҡыҫып йыйыу һәм сапҡыс агрегаттары һатып алғандар. Быға тиклем алынған бер Т-150, ике МТЗ тракторҙары бар. Йыл һайын 130 гектар майҙанда бойҙай, арпа сәсәләр.
Авторы: Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Рөстәм Вәлиев фотоһы.
Балтас районы.

Киләсәккә матур пландар ҡороп
Киләсәккә матур пландар ҡороп
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: