Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Һоҡландыра, сәмләндерә, дәртләндерә

Хаҡлы ялға сығыу — олоғайыу түгел ул, ә көтөп алынған һәм үҙеңдең элек ваҡыт етмәү сәбәпле үтәй алмаған пландарыңды, уй-хыялдарыңды тормошҡа ашырыу өсөн оҙайлы лайыҡлы ял, тип иҫәпләй Бөрө районында йәшәүсе Валентина Шестерикова.

Валентина Васильевна сығышы менән Благовещен ҡалаһынан, 18 йыл инде Николаевка ауылында йәшәй. Урындағы ырҙын табағында ҡарауылсы булып эшләгән. Ҡул эше менән шөғөлләнергә һәр саҡ теләге булған, ләкин ваҡыт еткерә алмаған. Тормош иптәше менән дүрт баланы аяҡҡа баҫтырғандар. Әсә кеше балаларына үҙе бәйләп кейҙерә, ә һуңыраҡ инде, буш ваҡыт күбәйгәс, алты ейән-ейәнсәренә кофталар, күлдәктәр, башмаҡтар бәйләй башлай.
Хаҡлы ялға сығыу менән Валентина Васильевна үҙенең бай фантазияһына ирек бирә. Ауылдаштары араһында үҙе кеүек ҡул эшенә маһирҙар менән дуҫлашып ала. Йәштәр ҙә, олораҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла урындағы китапханала йыйыла һәм белгәндәре менән уртаҡлаша башлай. Береһе ырғаҡ менән оҫта бәйләй, икенсеһе матур уйынсыҡтар эшләй.
Валентина Васильевнаның үҫемлек темаһына сәйләндән үрелгән әйберҙәренең ҙур коллекцияһы бар. Сәйләндән ҙур картиналар ҙа яһаған ул. Иҫке ойоҡтар һәм синтепондан матур итеп эшләнгән ҡурсаҡтары ла һоҡландыра. Ырғаҡ менән бәйләнгән күләмле фигуралары ла маҡтауға лайыҡ.
Ҡул эше оҫтаһы яңы модаға сыҡҡан фоамиран материалы менән эшләргә лә өйрәнгән. Икенсе төрлө уны резина ҡағыҙ йәки яһалма замш, тиҙәр. Оҫта гүзәл зат унан һоҡланғыс гөлләмә эшләп кенә ҡалмаған, эсенә электр лампочкаһын да ҡуйған. Бына тигән матур төнгө лампа килеп сыҡҡан.
Коронавирусҡа бәйле пандемия арҡаһында китапханала ойошторолған ижади түңәрәк эшен туҡтата. Әлегә ауылдың оҫта ҡуллы гүзәл заттары яңы идеяларын туплап тора. Валентина Васильевна биҙәү-ғәмәли сәнғәттең яңы технологияларын үҙләштермәксе.
— Донъя икһеҙ-сикһеҙ бит, — ти ул. — Бына изоепте үҙләштереп, ҡатырға өҫлөктә сигергә өйрәнергә уйлап торам. Шулай иткәндә, иҫ киткес матур блокноттар, открыткалар яһарға мөмкин. Ошибана менән дә ҡыҙыҡһынам. Пресс аҫтына ҡуйып киптерелгән тәбиғи материалдарҙан эшләнгән картина була ул.
Николаевка ауылында ғүмер итеүсе уңған, оҫта ҡуллы һәм бай фантазиялы Валентина Шестериковаға хыялдарын тормошҡа ашырыуҙа ижади уңыштар юлдаш булһын.
Степан Чиглинцев фотолары.
Ольга Платонова.
Читайте нас: