Бөтә яңылыҡтар

Сауаплы һәм изге эш

Солтанбәктәр ауыл Советы депутаты етәкселегендә Байкал ауылы урынындағы зыяратты кәртәләп ҡуйҙы.

Зыяраттарҙы тәртиптә тотоу — сауаплы һәм изге эш, динебеҙгә һәм милләтебеҙгә ҡарата ҙур хөрмәт, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе байытыуҙа изге аҙым булып тора. Үткән шәмбелә солтанбәктәр ауыл Советы депутаты Азат Рәхимйәнов етәкселегендә бөгөн инде ер йөҙөнән юғалған Байкал ауылы зыяратын ағас таҡталар менән ҡоймалап ҡуя. Был изге эштә Илнур һәм Рәйес Хикмәтовтар, Фәғил һәм Фидан Арыслановтар, Азат һәм Марсель Рәхимйәновтар, Салауат Шәрәфетдинов, Нуриман Солтанов, Редик Хәфизйәнов, Данис, Назим, Наил Суфияновтар ҡатнаша. Сураштан Зинфир Тәҡиуллин материал хәстәрләгәндә ярҙам итә. Был турала беҙгә өмәлә әүҙем ҡатнашыусы Назим Суфиянов хәбәр итте.
Наилә Имаева.
Назим Суфиянов фотолары.
Читайте нас: