Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
26 Апрель 2021, 10:49

Тырыштар тормошта үҙ урынын таба

Флүрә һәм Илфир Фәйзуллиндар йәшелсә үҫтереү серҙәрен белә

Бер кемгә лә сер түгел, күмәк хужалыҡтар тарҡалғас, колхоздар бөткәс, бик күптәр эшһеҙ ҡалды. Эшһеҙ генә түгел, төшөнкөлөккә бирелеп, үҙҙәрен ете юл сатында баҫып ҡалған кеүек хис итте. Шул ваҡытта билдәһеҙлектән сығыр юлын таба алғандар ҙа байтаҡ булды. Ундайҙар араһында бөгөн үҙ тырышлыҡтары, уңғанлыҡтары менән етеш тормошта йәшәүселәре, үҙ эшен булдырыусылары байтаҡ. Ҡудаш ауылында йәшәүсе Фәйзуллиндар нәҡ шундайҙарҙан.
Тыуған ауылы Ҡудашта ата-әсә нигеҙен һаҡлап ғүмер итеү теләге менән ауылда ҡалған, колхозда ветеринар булып эшләгән Илфир заман ағышына инеп китеү юлын йәшелсә үҫтереүҙән башларға була. Ауыл баҡсалары майҙаны шаҡтай ҙур, 30 сутый. Шунда ул тормош иптәше Флүрә менән бәрәңгеһен, кәбеҫтәһен күпләп ултыртып, йәй буйына шунан сыҡмай тәрбиәләп, көҙөн ғаилә бюджетын тулыландыра. Биш йыл буйына эш шулай ҡул көсө менән башҡарыла. Әммә Илфир ҙа, Флүрә лә бирешә торғандарҙан түгел, һәр саҡ алға ҡарап йәшәргә, ике баланың киләсәген айыҡ аҡыл менән уйларға күнеккән кешеләр булараҡ, шәхси эшҡыуар булып теркәлеү кәрәклеген аңлайҙар. Махсус грант отоп, йәшелсә үҫтерер өсөн төрлөһөнән техника тағылмаһы һатып алалар.
Әлеге көндә Фәйзуллиндарҙың 82 гектар майҙанда үҙ ерҙәре бар. Унда бәрәңге, кәбеҫтә ултыртыла, бер аҙ өлөшөнә бойҙай сәселә. Шулай уҡ 35 метр оҙонлоҡта, алты метр киңлектә теплица төҙөп, уны полиэтилен менән ҡаплап, кәбеҫтә ужымы үҫтерергә яйлап ҡуйғандар.
— Кәбеҫтә үтә елде ярата. Теплицаны заманса поликарбонат менән тышлау ҙа уны үҫтерер өсөн яҡшы түгел. Полиэтилен менән тышлау күпкә отошло. Әлбиттә, кәбеҫтә үҫтереүҙең үҙ яйы, үҙенсәлектәре бик күп. Уларҙы кешеләр менән аралашыуҙан, төрлө сығанаҡтарҙан, интернет селтәренән өйрәнәбеҙ. Беҙ махсус һуң өлгөрә торған сорттарын ғына ултыртабыҙ, сөнки уның һаҡланышы яҡшы, — тип һөйләй Флүрә.
Орлоҡто Өфө ҡалаһынан ҡайтарталар икән. Теплицаға сәсеп, ужым тышҡа күсерелер ваҡыт еткәс, баҫыуға махсус техника ярҙамында ултыртыла. Унан йәй буйына уны тәрбиәләп үҫтереп, көҙөн баҙарға һатыуға сығарыла. Нефтекама ҡалаһындағы күмәртәләп ҡабул итеү базаһына ла тапшыралар. Көҙҙән һатылып бөтмәгән кәбеҫтәне һаҡлар өсөн бина төҙөп ҡуйғандар. Уны утын яғып, мейес менән йылытып, даими бер температурала тоталар.
— Беҙҙең кәбеҫтә бик аҙ күләмдә генә көҙҙән һатылмай ҡалырға мөмкин. Ундай осраҡта февраль-март айҙарына ҡәҙәр кәбеҫтә шул йәшелсә һаҡлағыста тора. Серемәй, ҡоромай. Һаҡланышы әйбәт булған сорттарҙы махсус һайлайбыҙ. Аллаға шөкөр, үҙ клиенттарыбыҙ бар, көҙөн күпләп ала алмаған кешеләр яҙын һорап килә, — ти хужалар.
Әлеге ваҡытта Фәйзуллиндар 210 квадрат метр майҙанды биләгән теплицаларын кәбеҫтә ужымлатырға әҙерләп ҡуйған. Ябылған, ере ҡаҙылған, тырматылған, ашланған. Йылы тупраҡҡа орлоҡ һалаһы ғына ҡалған.
— Хәҙерге ваҡытта ауылдан район үҙәгенә йәки башҡа ауылдарға йөрөп эшләүселәр күбәйҙе. Улай ҙа эшләп булыр ине, әлбиттә. Әммә бер тәүәккәлләгәс, 10 йылдан артыҡ ошо эш менән шөғөлләнгәс, улай итке лә килмәй хәҙер. Балалар ҙа үҫте. Ҡыҙыбыҙ 10-сы класта, Айнурыбыҙ 7-лә уҡый. Күҙ теймәһен, атайҙарының да, минең дә уң ҡулыбыҙ улар. Атай менән бергә йәшәйбеҙ, йортобоҙға, хужалыҡҡа беҙ өйҙә булмаған саҡта күҙ-ҡолаҡ булып тора, баҙарға сығып китһәк тә, ғөмүмән, ошо эшебеҙ артынан күп “сабабыҙ” бит инде, ярай ул бар, тибеҙ, күңел тыныс, — ти Флүрә ҡайнатаһы Фәғит ағай һәм балалары тураһында.
Фәйзуллиндарҙың был эштәренән тыш шәхси хужалыҡтары ла ҙур ғына. Аҙбарҙа дүрт һыйыр, һарыҡтар, ҡош-ҡорт аҫрала. Әле ауыл ерендә лә мал ҡарамаған кешеләр булған заманда йәшәйбеҙ. Әлеге көндә дүрт баш һыйыр аҫраған уңғандар булыу уларҙың бары тик булдыҡлылығына ғына ишаралай. Хәйер, Илфир ҙа, Флүрә лә тырыш, бөтмөр, уларҙың бөгөнгө көн менән генә түгел, киләсәкте лә ҡайғыртҡан кешеләр икәнлегенә инандыҡ. Нисек йәшәһәң дә була. Әҙерҙе көтөп кенә ултырһаң да, асҡа үлмәйһең. Әммә үҙ ҡулдарың менән үҫтергәнде ашау, һатып аҡсаһын алыу, үҙең һауған һөттө йылы сағында күтәреп эсеү бәхетен тойғандар ғына быны аңлайҙыр. Ҡалғандарға ҡыҙығып ҡуяһы ғына.
Ә ауыл ерендә эш юҡ, нисек йәшәргә, тип зарланыусыларға ер эшкәртеп, йәшелсәселек менән ныҡлап шөғөлләнгән, табышын алған, һөнәрҙәре буйынса береһе юрист, икенсеһе ветеринар булған Флүрә һәм Илфир Фәйзуллиндарҙы күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.
Венера Арысланова.
Читайте нас: