Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
1 Октябрь 2020, 14:46

Үҙ продукцияларын тәҡдим итәләр

Асҡында ауыл хужалығы йәрминкәһе үтә

Йәрминкәгә шәхси хужалыҡтарында ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр килгән. Улар араһында Асҡындан Әдисә апай Хамматова һәм Ҡубияҙҙан шәхси эшҡыуар Сания Нуртдинова ла бар.
Оҫта хужабикә, баҡсасы, бар эшкә өлгөр Әдисә Ғәлиәкбәр ҡыҙы төрлө ҡайнатмалар, бәшмәктән тоҙланмалар, бал, киптерелгән дарыу үләндәре, мүк еләге, күп йыллыҡ сәскәләрҙең, бүлмә гөлдәренең үҫентеләрен күпләп һата.
Ҡубияҙҙан шәхси эшҡыуар Сания Нуртдинованың да ассортименты бай. Сания Камил ҡыҙы һөт риҙыҡтары, бройлер һәм мал ите, ҡамыр риҙыҡтары тәҡдим итә. Уларҙың тәмле һәм файҙалы продукцияһын асҡындар күптән белә һәм теләп ала.
Илһөйәр Махатова.
Автор фотолары.
Читайте нас: