Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
24 Август 2020, 11:25

Бөрөләр хужа булырға өйрәнә

«Башҡорт ихаталары» программаһы тормошҡа ашырыла

Бөрөлә ихаталарҙы яңыртыу 2017 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль программаһы сиктәрендә башланды. “Башҡорт ихаталары” ярҙамында исемлек ҙурайҙы. Тик ремонтланған объекттарға кире ҡайтып, яңы төҙөкләндереү элементтарын өҫтәп булмай.
Эш барышында подрядсылар һәм халыҡ үҙе күп нәмәгә өйрәнде. Район хакимиәте башлығы Антон Талалов үткәргән кәңәшмәлә лә һүҙ ошо хаҡта барып, эштәге ыңғай һәм кире яҡтар билдәләнде. «Умникум»ға килеүселәргә өҫтәп, видеобәйләнешкә сығыусы ҡала халҡы ла дискуссияла ҡатнашыусылар һанын арттырырға ярҙам итте. Бергәләп район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте әҙерләгән видеофильмды ҡараныҡ. Кадрҙа – бөрөләр. Улар ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлешә, рәхмәт белдерә, теләк-кәңәштәрен еткерә, теге йәки был мәсьәләне хәл итеү буйынса үҙ ҡарашын белдерә, подрядсылар һәм район хакимиәте вәкилдәре менән мөнәсәбәттәре хаҡында һөйләй. Берҙәм теләк – бөтә эштәрҙе ваҡытында тамамлау. Төҙөүселәргә лә һүҙ бирәләр. Мастер балалар майҙансыҡтарындағы резина япмаларының сифаты хаҡында һөйләй. Тәҡдим ителгән видеофильм — аныҡ факттар һәм кешеләр.— Бөрөләргә минең теләгем – үҙ ҡалабыҙҙың хужалары булып, “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуҙа дизайн-проектын төҙөүҙән алып башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү актына ҡул ҡуйғанға тиклем бөтә этаптарҙа әүҙем ҡатнашһындар, - тип сарала ҡатнашыусыларҙы әүҙем булырға саҡырҙы хакимиәт башлығы. — Беҙҙең хаталарҙы асыҡлап, тейешле саралар күреп, төҙөкләндереү сифатын арттырырға. Юридик яҡтан заказсы булып ҡала хакимиәте торһа ла, ысынында иһә, ҡала халҡы үҙе күп нәмәне хәл итә ала. Улар проблемаларҙы яҡшыраҡ белә, шуға ла был эштә ролдәрен арттырырға кәрәк.Артабан да һөйләшеү йәнле барҙы. Ҡала хакимиәте вәкилдәре, ресурс тәьминәте предприятиелары, идарасы компаниялар, спорт ҡоролмалары эшләүселәр, юл предприятиелары, йорт советтары рәйестәре һәм битараф булмаған ҡала халҡы йыш осраған проблемалар хаҡында һөйләне. Фекер алышыуға бөрөләр интернет-ресурс аша ла ҡушылды. Район хакимиәте тарафынан теманы шулай масштаблы анализлау беренсе тапҡырҙыр, моғайын. Етмәһә, халыҡ та ҡатнаша.Асыҡланыуынса, хаталар проектты эшләгәндә үк ебәрелә. Бөтә нескәлектәрҙе лә башта уҡ иҫәпкә алып булмай. Тормошҡа ашырған ваҡытта төҙәтмәләр индерергә тура килә. Калинин урамындағы 22-се йорт буйынса яуаплы булған Кәрим Әминев был эштә тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Тәүҙә халыҡ проектҡа индермәһә лә, артабан мотлаҡ тротуар эшләргә кәңәш биргән ҡала хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Яңы тротуарға хәҙер барыһы ла һөйөнә.Төҙөкләндереү эштәрендә аңлашылмаусанлыҡтар ҙа осрай. Мәҫәлән, нисек кенә был урын оҡшаһа ла, унан йылылыҡ селтәрҙәре үткәс, уның өҫтөнә тротуар һалып булмағанлығы асыҡланды. Һалған хәлдә, бер нисә йылдан уны аҡтарып, ремонтларға тура киләсәк. Өҫтәүенә авариялар булыуы ла ихтимал. Шуның өсөн проект эшләгәндә бөтә фекерҙәрҙе лә иҫәпкә алып булмай, күпселек тауыш менән оптималь вариантты эҙләргә кәрәк.Законһыҙ рәүештә төҙөлгән гаражды ла алырға тура килә йәиһә, нисек кенә ауыр булһа ла, иҫәпкә ҡуйырға кәрәк. Бер кварталдағы пенсионерҙар быны үҙ тәжрибәләрендә таныны. Ер эштәрен ҡайҙа һәм ниндәй тәрәнлектә башҡарырға мөмкинлеген белер өсөн, юлсылар һәр ихатаға алдан технологик карта төҙөргә тәҡдим итте. Ихаталағы юлды ла халыҡ теләгәнсә генә эшләп булмай, бөтә талаптарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Антон Талаловтың бөрөләр өсөн ихаталарҙы төҙөкләндереү темаһына семинарҙар үткәреү тәҡдимен барыһы ла бер тауыштан хупланы.Кәңәшмәнең көн тәртибенә балалар ҡаласыҡтарын хеҙмәтләндереү һәм тәртиптә тотоу һорауҙары ла индерелгәйне. Йыш ҡына унда оло ағайҙар «ял итә», етмәһә, иҫерек килеш. Спорт йыһаздары билдәле бер йәшкә иҫәпләнгән һәм оло кешеләрҙең ауырлығын күтәрмәй. Бирелә йәшәүселәр был мәсьәләне контролдә тоторға тырыша, ләкин полиция ярҙамынан башҡа булмай. Идарасы компаниялар был майҙансыҡтарҙы тәртиптә тотоу өсөн тейешле саралар күрә һәм бирелә йәшәүселәргә, ҡоролмалар ватылған һәм кеше ғүмере өсөн ҡурҡыныс янағанда, шунда уҡ үҙҙәренә шылтыратырға ҡушты. Спорт ҡоролмаларын нығыраҡ, сифатлыраҡ эшләһендәр ине, тигән тәҡдимдәрен дә индерҙе сарала ҡатнашыусылар.Подъездарҙы капиталь ремонтлау һәм ихаталарҙы төҙөкләндереү буйынса ла күп кенә проблемаларҙы билдәләне унда йәшәүселәр. Был мәсьәләләрҙең барыһын да район хакимиәте башлығы үҙ контроленә алды.— Хәл итәһе мәсьәләләр аңлашылды, — тип кәңәшмәне йомғаҡланы район хакимиәте башлығы. — Йүнәлеш бер. Бер командала эшләйбеҙ. Билдәләнгән бөтә һорауҙар буйынса эш алып барасаҡбыҙ.
Степан Чиглинцев фотоһы.
Ольга Платонова.
Читайте нас: