Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
21 Август 2020, 15:03

Һәр яҡлап булдыҡлылар

#Шәжәрәбайрамы2020#Асҡынрайоны#РеспубликахалыҡижадыүҙәгеСолтанай ауылында йәшәүсе һәләтле, йүнсел, тырыш Фидания һәм Рауил Шәйхетдиновтар ҙа “Ғаиләм — минең ҡәлғәм” республика ғаилә ижады конкурсында ҡатнаша.

Фидания һәм Рауил Шәйхетдиновтарҙы районыбыҙҙа йыр-моң һөйөүсе, уңған, ярҙамсыл пар булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. Улар районыбыҙҙың сәнғәт һөйөүселәренә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә яҡшы таныш. Үткәрелгән мәҙәни сараларҙан, байрамдарҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмайҙар. Рауил ағай виртуоз гармунсы булараҡ, районда ғына түгел, төбәк, республика бәйгеләрендә лә ҡатнашып, призлы урындар яулай. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләне төрлө ғаилә байрамдарын, юбилейҙарҙы үткәрергә лә саҡыралар.Шәйхетдиновтарҙың ғаилә ҡороуына — 31 йыл. Фидания Хәлимулла ҡыҙы Солтанай ауыл мәҙәниәт йортонда мәҙәни сараларҙы ойоштороусы булып эшләй. Ауылдың әүҙем, йыр-бейеүгә һәләтле гүзәл заттарын берләштереп, байрамдарға матур концерттар, спектаклдәр ҡуялар, конкурстарҙа ҡатнашалар. Ә һәр сараны музыкаль яҡтан Рауил Мәүлимйән улы биҙәй. Ул һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе, электрик. Әлеге ваҡытта “12-се октябрь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Солтанай ауылы эргәһендә төҙөлгән малсылыҡ комплексында эшләй.Шәйхетдиновтарҙың балалары ла үҙҙәре кеүек һәләтле, тырыш, маҡсатсан. Ҡыҙҙары Эльвина Өфөлә төҙөлөш компанияһында эшләй. Айнур Чернушка ҡалаһында край политехник колледжында уҡыусыларға инглиз теленән белем бирә. Кесе улдары Айбулат шул уҡ уҡыу йортоноң нефть факультетында уҡый. Эльвина ла, Айнур ҙа, Айбулат та ата-әсәһе кеүек моңға ғашиҡ, матур йырлайҙар, гармунда, гитарала уйнайҙар, байрамдарға ҡайтҡанда концерттарҙа ҡатнашалар. Был тырыш ғаилә аҙбар тултырып мал ҡарай, ҡош-ҡорт үрсетә, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Уңған хужабикә өй тирәһен дә гөл итеп тота, аш-һыуға оҫта. Ауылдаштарына ла бик ярҙамсылдар.
Илһөйәр Махатова.Фотолар ғаилә архивынан.
Читайте нас: