Бөтә яңылыҡтар
Уңғандар беҙҙең арала
18 Август 2020, 14:18

Төҙөлөш оҫтаһы

Балтас районынан Ришат Икраметдин улы 40 йылдан артыҡ ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған

Бөгөн район халҡына хеҙмәт иткән бихисап учреждение, ойошма биналары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, механикалаштырылған күсмә колонна мастеры Ришат Акамов етәкселегендә төҙөлгән.Урта мәктәпте тамамлағанда Ришат Ырымбур өлкәһенең Быҙаулыҡ ҡалаһында Бөтә союз төҙөлөш техникумы барлығы тураһында уҡып белә. Атаһы — Икраметдин Акам улы, Ҡуйбышев ҡалаһында мастерҙар мәктәбен тамамлаған төҙөүсе, улының күңелендә һөнәренә ҡарата хөрмәтте бәләкәйҙән уята. Ришат йәйге каникулдарҙа тыуған ауылы Уразайҙа барған төҙөлөш эштәрендә ҡатнаша. Өлгөргәнлек аттестаты алған йәйҙә лә, өлкән йәштәге оҫталар менән бер рәттән, яңы мәктәп түбәһен яба, артабан уҡырға юллана.Техникумда өс йыл белем ала. Шул осорҙа М.Йәлилдең тыуған ауылы Мостафала – мәктәп, Соль-Илецк ҡалаһында мамыҡ кәзәләрен аҫрау комплексы төҙөлөштәрендә эшләй. Шул ваҡытта асылған хеҙмәт кенәгәһе менән дүрт тиҫтә йылдан һуң хаҡлы ялға сыға оҫта.Диплом проектын “бишле”гә яҡлап, армия сафына баҫа. Инженер ғәскәрҙәрендә Чита ҡалаһында хеҙмәт итә. Сит ерҙәрҙә эш тәҡдимдәре булһа ла, 1977 йылда тыуған еренә ҡайтып, Балтас механикалаштырылған күсмә колоннаһына мастер булып урынлаша. Район Мәҙәниәт һарайы төҙөлөшө ваҡытында уны “Башнефтехимремстройтрест” ойошмаһына мастер итеп эшкә алалар. Участка начальнигы Александр Лобастов, прораб Фәнүс Исхаҡов һәм башҡа һөнәрмәндәр менән ҡулға-ҡул тотоноп, ул ваҡытта тирә-яҡта иң ҙурҙан һаналған мөһабәт бинаны сафҡа баҫтырған йылдарҙы һағынып иҫкә ала Ришат Икраметдин улы. Мәҙәниәт һарайы төҙөлөп бөтә, КПСС-тың өлкә комитеты беренсе секретары Миҙхәт Шакиров ҡатнашыуында тантаналы асыла. Ришат Акамовты треста эштә ҡалырға өгөтләйҙәр, фатир тәҡдим итәләр. Тағы бер тапҡыр һайлау алдында ҡала оҫта. Ата-әсәһе йәшәгән ерҙән китмәҫкә тигән ныҡлы ҡарарға килә. Шул ваҡыттан башлап райондың тиҫтәләгән төҙөлөш объекты уның ҡулдары аша үтә. Универмаг, почта, хакимиәт, өс ҡатлы терапия корпусы, дарыухана, “Сельэнерго” базаһын тәшкил иткән ҡоролмалар, ике дөйөм торлаҡ, Комсомол урамында ике ҡатлы йорттар, милиция, урман хужалығы, реабилитация үҙәге урынлашҡан биналар... Хирургия корпусы, ауыл хужалығы колледжы, Үҙәк мәсет биналары төҙөлөштәрендә мастер Акамовтың өлөшө ингән. Иҫке Балтас ауылының бөгөнгө йөҙөндә — Ришат Икраметдин улының, уның хеҙмәттәштәренең ҡул көсө, тырышлығы. Районға килгән һайын, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, Ришат Акамовты танып, намыҫлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтеп, ҡулынан ҡыҫып китә торған була. 2010 йылда оҫтаға “Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелә.Төҙөгән биналарының халыҡҡа хеҙмәт итеүен күреп, хеҙмәт емештәренә ҡыуанып, татыу ғаилә усағында улдарын, ейәндәрен ҡаршылап йәшәй бөгөн Ришат Акамов.Соҡалы ауылында тыуып үҫкән Тәржимә Хәниф ҡыҙы менән тормош ҡороуҙарына 40 йыл тула. Район ҡулланыусылар кооперацияһы системаһында эшләп, “Хеҙмәт ветераны”, “Ҡулланыусылар кооперацияһы алдынғыһы” исемдәренә лайыҡ булған Тәржимә Акамова. Татыу ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән Илшат һәм Илгиз күптән тормошта үҙ урындарын тапҡан, ғаилә ҡорған. Акамовтар дүрт ейән-ейәнсәрен көтөп алып, һөйөп-һөйөнөп йәшәй. Ҡыҙыҡһыныусан холҡо, уңғанлығы, оҫта ҡуллы булыуы хаҡлы ялда тик торорға бирмәй Ришат Икраметдин улына. Ул китап уҡырға ярата, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. 77 төп ағас ҡына бар баҡсаһында! Уларҙың һәр береһен күңел наҙын, ҡул йылыһын биреп тәрбиәләй хужа. Ҡырағай алмағастарҙы ултыртып, прививкалар яһап үҫтерә, артабан татлы емештәрҙе йыйып, тормош иптәше менән бергәләп балаларына ҡайнатмалар әҙерләй. Тормоштан йәм, башҡарған эштәренән тәм табып йәшәй улар.
Ғәзим Талипов фотоһы.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: