Бөтә яңылыҡтар

Маҡсатсан, егәрле, хәләл фермер

Борай районынан Рәмил Зарипов етештергән продукцияны халыҡ яратып ала

Ауылда күпләп мал аҫраусылар, үҙ эшен булдырыусылар арта бара. Шундай йүнселдәргә ярҙам итеүсе программалар булғанда, уларҙың эше тағы ла киңәйер. Өфөлә юридик институт тамамлап, Рәмил дә тыуған төйәгенә ата-әсәһенә ярҙам итеү теләге менән ҡайта. Ул ваҡытта Йәүһәриә һәм Әхләф Зариповтар хужалығында 500 баш һарыҡ, 30 баш эре мөгөҙлө мал һәм 300 гектар ерҙәре була. 2012 йылда грант алып, 87 баш тоҡомло һарыҡ һәм МТЗ-82 тракторы алалар.Районда һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнеүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтары берәү-икәү генә. Әлеге эшмәкәрлек хаҡында фермер Рәмил Зарипов менән һөйләштек.— Мин күптәндән инде үҙемде фермер эшендә һынап ҡарарға теләй инем. Һәм, ниһайәт, был эште тәүәккәлләп ҡарарға булдым. Ата-әсәйем ярҙамы менән малсылыҡ тармағының серҙәренә төшөндөм. Ҡорбан байрамы ғаиләбеҙ өсөн иң ҙур сара. Сөнки беҙ һарыҡтарҙы ошо байрам өсөн аҫрайбыҙ. Бына 15 йыл инде Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ҡорбанға үҫтерәһе һарыҡтар иғтибарҙы күберәк талап итә. Матур булып үҫһендәр өсөн уларға яҡшы аҙыҡ ашатырға, ваҡытында йөндәрен ҡырҡырға кәрәк. Беҙҙең һарыҡтарҙың барыһы ла ҡорбанға яраҡлы, ете-һигеҙ айлыҡтары ла ауырлығы буйынса ҡорбанға салырға ярай.Ҡорбанлыҡ һарыҡ таҙа һәм һимеҙ булырға тейеш, тип уйлайым. Ҡолаҡтары киҫелгән йәки аяғы һынған малды салырға ярамай. Ундайҙар булһа, ҡорбанлыҡҡа бирмәйбеҙ. Үҙебеҙ ҙә улай ҡолаҡтарын тишмәйбеҙ, — тип һөйләне Рәмил Зарипов. — Тырышлығыбыҙ оҙаҡ та көттөрмәй уңыштарын бирә башланы. 2013 йылда хәләл ит һәм ит эшләнмәләре өсөн цех сафҡа инде. 2016 йылда район үҙәгендә “Борай фермеры” тигән беренсе магазиныбыҙ асылды. Унда беҙ үҙебеҙ етештергән продукцияны һатабыҙ. Бөгөнгә биш магазиныбыҙ бар. Уларҙың дүртеһе — Өфөлә. 2016 йылда Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының махсус программаһы нигеҙендә эре мөгөҙлө мал алыу өсөн ярҙам алдыҡ. Ләкин, ҡағыҙҙа ғына барыһы ла еңел була, ә эш башлаһаң, даими аҡса һалырға әҙер булырға һәм тиҙ генә табыш алыу тураһында оноторға кәрәк. Хужалыҡта бесән дә, фураж да етә, мал аҙығын артығы менән әҙерләйҙәр. Әлеге көнгә, мәҫәлән, көнөнә барыһына бергә төргәк ярым бесән китә, ҡыш буйына һарыҡтар яҡынса 100 тонна бесән ашай. Бер көнгә 300 килограмм тирәһе һоло кәрәк. Быларҙан тыш, ҡыш көнө аҙыҡтарына арпа, витаминдар, шулай уҡ мотлаҡ тоҙ ҙа ҡушыла. Һыу эсереү менән дә ауырлыҡтар юҡ. Шулай итеп, һарыҡ аҫрау артыҡ ауыр эш түгел, улар талымһыҙ, айырым шарттар кәрәкмәй. Иң мөһиме, ашарға етһен дә, ҡыш көнө ҡарарға йылы урын булһын.Зариповтарҙың хужалығында бөтә ерҙә тәртип, ветеринарҙарҙың һәм тикшереүсе органдарҙың бар күрһәтмәләре лә үтәлә. Рәмил Зарипов фермер ғына түгел, ауылдың имам-хатибы ла, Вострецов ауыл Советы депутаты ла булып тора. 2013 йылда бағыусылыҡ ярҙамы менән ауылда бик матур мәсет төҙөгәндәр. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан обелискыны төҙөкләндергәндәр, йылға-күлдәрҙе таҙартҡандар. Йүнсел ир-уҙаманы ауылдың йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, үҙе үк саралар үткәреү өсөн бағыусылыҡ ярҙамы ла күрһәтә.
Гөлназ Хужина.
Читайте нас: