— Үҙ малыма бесәнде 250-300 төк әҙерләйем. Бынан бер нисә йыл элек алты баш эре мал менән башлап ебәргән хужалыҡ хәҙер 20 башҡа етте. Артабан да үҫергә, хужалыҡты киңәйтергә ниәт бар, — ти Рифат Ринат улы. — Үҙебеҙҙең 20 гектар бесәнлек бар, унан тыш, буш урындарҙы ла сабып алам. Уларҙы эш итергә аҙна-ун көн ваҡыт китә. Тик, эшем бөттө, тип кенә өйҙә ултырмайым, техникам булғас, кешеләргә лә ташыйым, үҙемә ярҙам итеүсе егеттәрҙе лә бесәнһеҙ ҡалдырмайым. Ауылдың башҡа фермерҙары менән дә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Эште башлаған саҡта ауыл хужалығын үҫтереү буйынса хөкүмәттән ярҙам алдым. Хәҙер инде үҙ көсөм менән тырышлығыма баҫым яһарға кәрәк.Йәш булыуға ҡарамаҫтан, Рифаттың хужалығы ярайһы ғына ҙур. Бесән әҙерләү өсөн техникаһы етерлек: ике тракторы, сапҡысы, преслағысы, өйгөсө бар. Ихата алдында, иҫке булһа ла, комбайны ултыра — сәсеүлек итеп файҙаланған 50 гектар ерҙән уңыш йыйырға ярап тора. Аллаяровтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе ысын мәғәнәһендә ауылды йәмләп йәшәй. Рифаттың ергә тартылыуы юҡтан түгел: атаһы Ринат ағай ғүмере буйы ауыл хужалығында эшләгән. Бөгөн улының кәңәшсеһе лә, уҡытыусыһы ла, хисапсыһы ла ул. Әсәһе Мәүлиә апай менән ҡатыны Зөбәржәт, йорттағы барлыҡ мәшәҡәтте атҡарыуҙан тыш, һыйыр һауып, һөтөн эшкәртә, продукцияны һатыу юлдарын эҙләй. Оло Аллаяровтарҙың ғаилә ҡороуына 44 йыл ваҡыт үтһә, кеселәре һигеҙ йыл элек өйләнгән. Солтанай ауылында тыуып үҫкән Зөбәржәт, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, Иҫке Ҡаҙансы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Оло улдары Рузалгә — ете йәш, быйыл 1-се класты тамамлаған. Ә кескәй Ридалгә — ни бары өс йәш. Өс быуын вәкилдәре бер йортта татыу һәм берҙәм булып донъя көтә.— Өйләнешкәс, ике йыл ҡала ерендә йәшәп ҡараныҡ. Бала саҡтан ауыл иркенлегендә, эш һәм хеҙмәт менән үҫкәнгәме, шау-шыулы тормош тиҙ ялҡытты. 15-20 йыл буйы ипотека түләгәнсе, ауылға ҡайтып йәшәргә ҡарар иттек. Ул ваҡытта бында әллә күпме мал аҫрап, бынамын итеп донъяны нығытырға мөмкин. Хеҙмәт һөйһәң, ауылда ла йәшәргә була. Әлбиттә, сығым да күп: яғыулыҡ, техникаға запчастар кәрәк, мал да ауырып китә. Әммә тормоштоң йәме хеҙмәт икәнен оноторға ярамай, — ти Аллаяровтар.