Бөтә яңылыҡтар

Уңғандар биҙәй тыуған төйәкте

Ауыл тормошон үҙ итеп, тырышып донъя көтә Сөғдә һәм Рәмзил Гәрәевтар

Яубүләк ауыл биләмәһенә ҡараған Солтанай ауылында тырыш, булдыҡлы ғаиләләр бихисап. Шундайҙарҙың береһе — Сөғдә һәм Рәмзил Гәрәевтар.
Сөғдә Ҡәтифйән ҡыҙы сығышы менән ошо ауылдан. Оҙаҡ йылдар Свердловск өлкәһенең Первоуральск ҡалаһында йәшәп, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыҡҡас, уның тыуған ауылына ҡайтып төпләнәләр. Бынан алты йыл тирәһе элек өй һатып алып, ремонтлап, үҙҙәре теләгәнсә ҙурайтып, уңайлыҡтар булдырып, тырышып йәшәп китә уңған ғаилә. Оло йәштәбеҙ тип тормайҙар, аҙбар тултырып мал ҡарайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр, үҙҙәре өсөн генә бал ҡорттары ла бар. Ҡулынан бар эш тә килгән Рәмзил Тәлғәт улы беҙ барғанда ҡоймаларын яңырта ине. Әлеге эҫе көндәрҙә улар ең һыҙғанып бесән эшләй. Мал ишле булғас, аҙығы ла мул ғына кәрәк. “Еңел машинаға прицепты тағабыҙ ҙа, бесәнде әкрен генә ташыйбыҙ”, — ти ғаилә башлығы.
Сөғдә Ҡәтифйән ҡыҙы ла бар эшкә оҫта, уңған хужабикә. Ике һыйырын һауып, һөтөн эшкәртеп, майын да, эремсеген дә, ҡаймағын да әҙерләй. Уларҙы балаларына ла, туғандарына ла күстәнәскә ебәрә. Баҡса эшен бик ярата ул. Ихаталарында береһенән-береһе матур гөлдәр сәскә ата. Өй эсендә лә бүлмә гөлдәре бихисап. Ҙур теплицаһында помидорҙар, ҡыярҙар өлгөрә. Бәрәңге баҡсаһында малға тип күпләп сөгөлдөр ҙә ултыртып үҫтерәләр.
Йәй хәстәрлекле өләсәй менән олатайҙың өйө алты ейән-ейәнсәрҙең шат тауышынан гөрләп тора. Ҡыҙҙары Эльза, Эльмира, Лиана һәм кейәүҙәре лә ялға ҡайтып ярҙамлашып китә.
Илһөйәр Махатова.
Читайте нас: