Тәбиғәтте яратҡан, уның байлыҡтарын йыйырға һәм оҫта ҡулланырға маһир Гөлсөм апай менән Фәнәүи ағай Әхмәҙиевтар ниндәй еләктең ҡайҙа үҫеүен яҡшы белә. Шуға ла улар, йылдағыса, быйыл да ҡайын еләге өлгөрөү менән үҙҙәре белгән ерҙәргә йөрөп, ҡышҡылыҡҡа етерлек ҡайнатма әҙерләп тә ҡуйҙы. “Еләк йыйыу иң яратҡан шөғөлөм, тиһәм дә яңылыш булмаҫ. Йыйырға ла, уны эшкәртергә лә бик яратам. Етерлек ҡайнатма әҙерләгәндән һуң туңдырып та ҡуям. Быйыл ҡайын еләге, аллаға шөкөр, уңды. Халыҡ рәхәтләнеп, ихлас йыйҙы. Беҙҙең менән Октябрьский ҡалаһынан ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейәнем Альберт та йөрөп, әсәһенә күстәнәс хәстәрләне”, — ти Гөлсөм Тимербай ҡыҙы.
Әхмәҙиевтар баҡса еләгенең дә бер нисә сортын, ҡурай еләген дә күпләп үҫтереп, мул уңыш ала. Уңған хужабикә тәмле ҡайнатмаларын, компоттарын ҡышын ҡыҙы Дамира ғаиләһенә, туғандарына күстәнәскә ебәрә.
Әйткәндәй, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Гөлсөм апай менән Фәнәүи ағай йәштәргә матур өлгө күрһәтеп, донъяларын, йорт-тирәһен “бына тигән” итеп йәшәй. Ниндәй генә йәшелсә, емеш-еләк үҫмәй баҡсаларында!