Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ еләкле урындарҙы беләһегеҙме?

«Бер барғанда 10-ар литр ҡайын еләге йыйып ҡайтам”, - ти Ҡарткиҫәк ауылында йәшәүсе уңған хужабикә Зимфира Саҙртдинова.

Йәйҙең йәме – еләктә, тип халҡыбыҙ белеп әйтә. Ана шул йәмле мәлдәр етте лә инде. Хуш еҫле, витаминдарға бай ҡайын еләге өлгөрҙө. Йүнсел, егәрле хужабикәләр был мәлдең һәр минутын файҙаланырға ашыға. Ни тиһәң дә, ҡайын еләге йыл да быйылғылай ишелеп уңмай.
- Быйыл ҡайын еләге иртәрәк өлгөрҙө һәм бик уңды. Иге-сиге күренмәгән яландар ҡып-ҡыҙыл булып үҙенә саҡырып ҡына тора. Мин дә еләк йыйып ҡалырға тырышам. Көн дә 10-ар литр йыям, кисә генә һигеҙ булды.Тормош иптәшем Фирдәүес Сабир улы ла ярҙам итә. Икәүләп йыйғас, һауыттар тиҙерәк тә тула. Артҡанын һатып та ебәрәм. Бик файҙалы, үҙенсәлекле, тәмле, ҡәҙерле еләк бит ул.Ҡышҡылыҡҡа шәкәргә бутап, бәләкәй һауыттарға тултырып ҡуям. Һыуытҡыста һаҡлайым. Ҡышҡы һалҡын көндәрҙә хуш еҫле ҡайын еләге менән сәй эсеүе үҙе ни тора! - ти бар эшкә лә оҫта хужабикә Зимфира Фәрит ҡыҙы.
Саҙртдиновтарҙың татыу ғаиләһендә ике ул үҫә. Өлкәндәре Нияз Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында инженер-технология факультетында 3-сө курсты тамамлаған. Әле практика үтә. Икенсе улдары Илсур 6-сыны бөткән. Ағаһы өйҙә юҡта ата-әсәһенең ярҙамсыһы.
Наилә Имаева.
Фотолар ғаилә архивынан алынды.
Читайте нас: