Бөтә яңылыҡтар

Эшлекле гүзәл зат, хәстәрлекле әсәй

Балтас ҡыҙы Айгөл Мансурова бөрөләргә заманса, зауыҡлы кейемдәр тәҡдим итә

Бөрө ҡалаһындағы “Золушка” шәхси тегеү цехы бына дүрт йыл ҡала халҡын хеҙмәтләндерә. Ундағы эш ваҡ ремонттан алып кисәләр өсөн күлдәктәр, йылы тундар тегеүгә тиклем йәйелдерелгән. Шәхси предприятие етәксеһе Айгөл Мансурова Балтас районы Тушҡыр ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Татар теле һәм әҙәбиәте, рус теле уҡытыусыһы һөнәрен алған йәш белгес тыуған яғына эшкә ҡайта. Район мәғариф идаралығы уға Еләҙекүл ауылына эшкә юллама бирә. Йәш уҡытыусылар килгәнен белгән егеттәр ҡыҙҙар янына танышырға килә. Беренсе күргәндә үк ауылдың иң уңған егеттәренең береһе Филүс тап уға өйләнәсәген әйтә. Айгөл был һүҙгә көлөп кенә ҡуя. Нимә һөйләмәҫ был егеттәр! Ләкин ай ярымдан уларҙың никахтары була. Йәш ғаиләне һөйөндөрөп, бер-бер артлы ике улдары тыуа. Айгөл Ранис ҡыҙы Еләҙекүл ауылы мәктәбендә тәүҙә уҡытыусы, аҙаҡ директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ике йылдан һуң Мансуровтар ғаиләһе Благовещен ҡалаһына күсенә. Айгөл Ранис ҡыҙы ҡала гимназияһында балаларға башҡорт һәм татар телдәренән белем бирә. Яңы ерҙә ҙур йорт һалалар. Ләкин балаларҙың йыш ҡына ауырыуы хафаға һала уларҙы. Ҡорған нигеҙҙәрендә йәшәргә лә өлгөрмәйенсә, саф һауаһы менән дан алған Бөрө ҡалаһына күсенәләр. Ҡала мәктәптәрендә һөнәре буйынса эш булмағанлыҡтан, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын дауам итә Айгөл. Шул уҡ ваҡытта икенсе юғары белем алыу маҡсаты менән иҡтисад факультетына уҡырға инә. Ләкин улының сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, хәстәрлекле әсәгә эштән китергә тура килә. Балаға күберәк ваҡыт бүлеү талап ителә.
Тик ултырырға яратмаған хужабикә буш ваҡыттарында тегеү, сигеү эштәре менән була. Балаларына, туғандарына, дуҫ-иштәренә төрлө кейемдәр тегеп ҡарай. Тегелгән әйберҙәрен интернет селтәренә урынлаштыра бара. Үҙенең күҙ нуры түгелгән кейемдәргә сит кешеләрҙең дә ҡыҙығыуы Айгөлдөң был мауығыуын килемле кәсепкә әйләндерергә юл аса. Рәсим улының “үҙебеҙгә шәхси предприятиебыҙҙы асырға кәрәк” тигән тәҡдиме иһә Айгөлдө ҡанатландырып ебәрә. Кәләшенең һәм улдарының хыялын тормошҡа ашырыу өсөн ғаилә башлығы аҡсалата ярҙам күрһәтә. Йәш эшҡыуар Бөрө ҡалаһы хакимиәтенән дәүләт субсидияһы алыу бәхетенә ирешә. 100 мең һум аҡсаға ул ауыр туҡымалар тегеү өсөн машиналар, кәрәкле фурнитуралар һатып ала. Закондар үҙләштерә, бизнес-пландар төҙөй. Шулай итеп, ул эшҡыуар ҡатын-ҡыҙ булып китә.“Золушка” тегеү цехында бөгөн өс тегенсе эшләй. “Ҡыҙҙарҙан уңдым, улар булмаһа, эшем бөгөн шулай үҫешмәҫ ине. Галина Николаевна — бесеүсе, күлдәктәр ҙә тегә, Маргарита Филлиповна өҫ кейемдәре, куртка, тундар тегеүҙе үҙ өҫтөнә алған, Людмила Семеновна кейемдәрҙе ремонтлау, яңыртыу эштәре менән мәшғүл”, – ти Айгөл Ранис ҡыҙы. Бөгөн предприятие ҡыҙҙарының теккән күлдәктәрен, костюмдарын бөрөләр генә түгел, күрше Мишкә, Балтас, Борай, Асҡын райондары халҡы ла яратып кейә. Башҡорт, татар, рус милли кейемдәре өсөн махсус заказдарҙы Бөрө районы халыҡ ансамбле коллективтарынан, Өфөнән, Яңы Уренгойҙан ҡабул иткәндәр. Шулай уҡ ҡаланың 1-се, 4-се, 9-сы мәктәп уҡыусылары өсөн формалар ҙа оҫта ҡулдарға ышанып тапшырыла. “Минең өсөн клиенттарҙың теләге беренсе урында тора. Уларҙың заказдарын тиҙ арала үтәргә тырышам, шуға күрә эш ваҡытынан һуң да машина артында ултырырға тура килә. Клиенттарыбыҙҙың ҡәнәғәт йөҙөн күреү, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү күңелебеҙгә рәхәтлек бирә, эшкә дәрт уята”, – ти эшлекле ханым. Мансуровтарҙың өлкән улы Рәсим 9-сы класты тамамлаған. Олатаһы кеүек һүрәт төшөрөргә яратһын, тип ҡушҡандар уға исемде. Исеме есеменә тап килеп торғанғалыр, матур итеп һүрәт төшөрә, заман модаһына ярашлы күлдәк, костюм эскиздары эшләй. Балалар сәнғәт мәктәбен дә тамамлаған егет киләсәктә дизайн һөнәрен үҙләштерергә теләй. Кесе улдары Рушан 7-се класҡа күскән. Спорт менән мауыға, ҡул һуғышы буйынса бер нисә тапҡыр республика, халыҡ-ара ярыштарҙа призлы урындар, кубоктар яулаған. Айгөлдөң оҫталығы Рушанда ла бар. Бәләкәй саҡтан йомшаҡ уйынсыҡтарҙы, мендәрҙәрҙе, малайҙар өсөн галстуктарҙы яратып тегә. Теккән әйберҙәрен ул әсәһенең эш урынында һатыуға ҡуя, социаль селтәрҙәрҙә рекламалар эшләй. Йыш ҡына цехҡа килеп ярҙамлаша.Айгөл Ранис ҡыҙы эшлекле ҡатын-ҡыҙ ғына түгел, ә балалары өсөн хәстәрлекле әсәй, иренә өлгөлө ҡатын, ҡайны-ҡәйнәһенә уңған килен дә. Аш-һыу оҫтаһының өҫтәле һәр ваҡыт һый-хөрмәттән өҙөлмәй. Ҡаланың көнсығыш микрорайонында төҙөлөп ятҡан йорто ихатаһында матур-матур сәскәләр, емеш-еләктәр үҫтерергә ярата. Ул да булмай, юғары уҡыу йортоноң социаль эштәр йүнәлеше буйынса өсөнсө дипломын алып, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикле балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация бүлегенә үҙ һөнәре буйынса эшкә урынлашҡан. Бына шулай, теләк һәм тырышлыҡ булғанда заман менән бергә атлаған эшлекле ҡатын, шәхси эшҡыуар ҙа булырға мөмкин икән. Ундайҙар менән һоҡланмау мөмкин түгел!
Автор: Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: