Бөтә яңылыҡтар

Еләге лә еләге!

Әле еләктең өлгөргән мәле. Баҡсаларҙа — виктория, болонда ҡайын еләге бешә. Ҡышҡылыҡҡа ҡайнатмаһын да, компотын да етерлек әҙерләп була. Уңғандар тәбиғәт ниғмәттәрен йыйып, үҙҙәренән артҡанын аҡсаға әйләндерә. Ундайҙарға бары тик "афарин!", тиергә генә ҡала.

Борайҙа йәшәүсе Рәмилә һәм Айрат Исламовтар ҙа баҡсаларында виктория еләген күпләп үҫтерә. Башта балаларға ашарлыҡ булһын тип кенә ултыртҡайнылар, еләк баҡса тупрағын “яратты”, хәҙер ишәйеп, уңышын мул бирә. Рәмилә еләкте ҡарап, тәрбиәләп тора шул, “яратмаҫлыҡ” түгел. Ваҡытында мыйыҡтарын киҫеп, ашлама индереп, сүп үҫмәскә махсус пленка йәйеп ҡуйғас, еләктәре эре лә, татлы ла. Ҡыҙҙары ла әсәләренә ярҙам итә. Алия ла, Мәрйәм дә әле бик бәләкәй булһа ла, еләкте ашарға ғына түгел, йыйырға ла оҫта. “Еләк йыйырға сыҡҡас, ҡыҙҙарға, ашағыҙ, тиһәм, беҙ йыйғанда ашамайбыҙ, һуңыраҡ, тип яуаплайҙар”, — ти Рәмилә йылмайып. Үәт уңған был ҡыҙыҡайҙар! Эште яуаплылыҡты тойоп башҡаралар.
— Мин ер эшен яратам, шуға ла күңелгә яҡын да, килемле лә булған эш менән шөғөлләнергә уйланым. Башта интернет селтәрендә баҡса еләгенең беҙҙең һауа шарттарында үҫә торған сорттары тураһында уҡып, мәғлүмәт йыйҙым, таныштарҙан, күпләп еләк үрсетеүселәрҙән һораштым. Тәмле, эре еләктәрҙе йыйыуы ғына күңелле бит, мул уңыш алам тиһәң, яҡшы тәрбиә кәрәк. Шулай, 2018 йыл аҙағында Шаран районынан үҫентеләр алып, яҙын ултырттыҡ. Аллаға шөкөр, еләктәребеҙ ерҙе үҙ итте, уңышы менән ҡыуандыра. Барыһы ла яҡшы ғына барһа, киләсәктә ҡуртымға ер алып, киңәйтергә лә иҫәбебеҙ бар, — тип һөйләне булдыҡлы хужабикә.
Венера Арысланова.
Читайте нас: